Дим буйҙары
+14 °С
Облачно
Общие статьи
30 Июня , 13:35

Сәләмәт йәшәү рәүеше – оҙон ғүмерҙең нигеҙе

Быйыл Бишбүләк ауылының «Парус» физкультура-һауыҡтырыу комплексы үҙенең беренсе юбилейын — 10 йыллығын билдәләп үтә

Сәләмәт йәшәү рәүеше – оҙон ғүмерҙең нигеҙеСәләмәт йәшәү рәүеше – оҙон ғүмерҙең нигеҙе
Сәләмәт йәшәү рәүеше – оҙон ғүмерҙең нигеҙе

Ошо ваҡыт арауығында ул район халҡын ысын мәғәнәһендә  үҙенә йәлеп итә, күптән сәләмәт йәшәү рәүеше тәрбиләй торған урынға әүерелде. «Парус»тың һаулыҡ, энергия hәм яңы еңеүҙәр биләмәһе булыуын ышаныс менән әйтергә мөмкин. Учреждениеның эш көндәре һәм ҡаҙаныштары тураһында «Парус» спорт мәктәбе директоры Лев Олегович Агеев һөйләне.

Ҙур юлдың башы

«Парус» ФОК 2016 йылдың июнендә асылды. Уны төҙөү Бишбүләк районы өсөн мөhим ваҡиға булды hәм «500 бассейн» федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырылды. Бер түбә аҫтында заманса 25 метрлы бассейн, универсаль уйын залы, төрлшө спорт төрҙәре менән шөғөлләнеү өсөн бүлмәләр һәм тренажер залы урынлштырылған. Яңы объект шунда уҡ ярыштар, спорт байрамдары һәм дөйөм саралар уҙғарыу өсөн уңайлы булды. 143 миллион һумлыҡ спорт үҙәген төҙөү райондың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе.

Эштең беренсе көндәренән үк коллектив алдында физик культура менән шөғөлләнеүҙе, йәшенә hәм әҙерлек дәрәжәһенә ҡарамаҫтан, hәр кем файҙалана алырлыҡ итеп булдырыу бурысы ҡуйылды. Бөгөн был маҡсат уңышлы тормошҡа ашырыла, тип ышанып әйтергә була.

Ун йыллыҡ йомғаҡтары

Эшләгән йылдарҙа «Парус» Бишбүләк районының төп спорт үҙәктәренең береһенә әүерелде. Бында йылына 60-ҡа яҡын сара үткәрелә — турнирҙар, фестивалдәр, спартакиадалар hәм төрлө дәрәжәләге ярыштар. Улар профессиональ спортсыларҙы, әүҙем ял итeргә яратыусыларҙы hәм тулы бер ғаиләләрҙе берләштерә.

Комплекстың популярлығы даими үҫә: бөгөн унда йылына 20 меңдән артыҡ кеше килә, hәм был күрһәткес арта бара. Бигерәк тә бассейнға ихтыяж ҙур, унда ай һайын 600-гә яҡын кеше шөғөлләнә. Тағын 400-гә яҡын кеше даими рәүештә тренажер залында күнегеүҙәр яһай. Учреждениела ете спорт төрө (волейбол, баскетбол, бокс, еңел атлетика, йөҙөү, хоккей, ҡул көрәше) уңышлы үҫә, ә секцияларға 350-ҙән артыҡ бала йөрөй. Күп кенә балалар өсөн тап бына бында беренсе спорт уңыштары башлана, үҙ-үҙеңә ышаныс, дисциплина hәм юғары һөҙөмтәләргә ынтылыш барлыҡҡа килә.

Эштең мөһим йүнәлеше ГТО тестарын үткәреү үҙәге булды, унда нормативтарҙы балалар hәм өлкәндәр башҡара. Йылдан-йыл районда йәшәүселәрҙең күбеһе ГТО хәрәкәтенә ҡушыла, үҙҙәренең физик әҙерлектәрен отличие билдәләре менән раҫлай.

Тарихтың яҡты биттәре

Уҙған йылдарҙа «Парус» бик күп әһәмиәтле ваҡиғалар уҙғарыу урынына әүерелде. Бында район hәм төбәк-ара ярыштар, фестивалдәр, ғаилә спорт байрамдары, ГТО нормативтарын үтеү этаптары, иҫтәлекле hәм дәүләт даталарына бағышланған дөйөм акциялар уҙа.

Учреждениела тәрбиәләнеүселәр Бишбүләк районын төрлө дәрәжәләге ярыштарҙа лайыҡлы тәҡдим итәләр, ҡаҙаныштар копилкаһын яңы миҙалдар hәм дипломдар менән тулыландыралар. Ҙур һөҙөмтәләргә ирешеүселәр араһынан волейболсылар Антон Николаев, Данир Хажиев, йөҙөү буйынса Инесса Павлова, Валерия Николаева, Геннадий Авакумов, Степан Данилов, Роман Васильев, Серафим Яковлевтарҙың исемдәрен атарға була. Бокс буйынса Әмир Хәсәнов, Владимир Вариков, Руслан Хикмәтов, Даниил Антибетов, Камил Зиннәтуллин, Станислав Вуколов, Артем Аҙанғолов, армрестлинг буйынса Фәйрүз Биктәшев, Руслан Николаев, Владислав Емельянов, хоккей буйынса Морат Мөхтәсимов, Артем Сергеев, Азамат Сәлимов, Семен Сергеев, Вилдан Йәғәров яҡшы сығыш яһайҙар.

Ләкин коллективтың төп ғорурлығы бүләктәр түгел, ә физик культура менән шөғөлләнеү тормоштоң айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелгән  меңәрләгән кешеләр булып ҡала.

Тарихты тыуҙырыусы кешеләр

Һәр бер ҡаҙаныш артында тренерҙар, инструкторҙар, учреждение хеҙмәткәрҙәре, спорт ветерандары hәм рбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләре тора. Уларҙың һөнәрманлығы, сабырлығы hәм үҙ эштәренә тоғролоғо арҡаһында  «Парус» төрлө йәштәге кешеләрҙе илhамландырыуын дауам итә. Спорт буйынса инструкторҙар Фәнил Ҡадировты, Олег Павловты, Илфира Хәйретдинованы, тренерҙар Татьяна Онанованы, Георгий Онановты, Азат Сәмиғуллинды, Ирина Нуретдинованы, Розалина Кәлимуллинаны, Азат Хәйретдиновты, Илhам Ғәзизовты, Элина Новикованы, Мәжит Ғимазетдиновты, Дарья Ғәзизуллинаны, Александр Сорокинды, Александр Силантьевны билдәләп үтке килә.

Был йылдар эсендә «Парус» күптәр өсөн икенсе йорт булды. Беҙ тәрбиәләнеүселәрҙең уңыштарына шатланабыҙ, өлкәндәрҙең үҙҙәренә яңы мөмкинлектәр асыуын, ә ғаиләләрҙең әүҙем ял итеүҙәрен күрәбеҙ. Был беҙҙең эшебеҙгә иң яҡшы баһа. Ойошма хеҙмәткәрҙәре таҙалыҡты һәм тәртипте һаҡлау, физик культура hәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы hәм хәүефһеҙ шарттар тыуҙырыу өсөн ҙур көс ҡуя.

Алда — яңы офоҡтар

Юбилей — йомғаҡ яһау өсөн сәбәп кенә түгел, ә яңы маҡсаттар билдәләү мөмкинлеге лә ул. Йәш һәм амбициялы коллектив спорт йүнәлештәрен үҫтереүҙе дауам итeргә, матди-техник базаны нығытырға, ГТО нормативтары тапшырыу үҙәгенең эшен киңәйтергә, күберәк ярыштар үткәрергә, күнекмәләргә тағын да күберәк балаларҙы, йәштәрҙе һәм өлкәндәрҙе йәлеп итeргә ниәтләй. Һау-сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштыуға hәм hәр кем күңеленә оҡшаған шөғөл таба алырлыҡ шарттар тыуҙырыуға элеккесә айырым иғтибар биреләсәк.

Яңы еңеүҙәргә!

Ун йыл эсендә «Парус» сәләмәтлек, рухи көс һәм еңеүгә ынтылыш символына әүерелде, бында буласаҡ чемпиондар үҫә, ғаиләләр һаулыҡтарын нығыта, яңы традициялар hәм дуҫлыҡ тыуа.

Был юбилей — коллективтың уртаҡ эше, район етәкселегенең ярҙамы һәм меңәрләгән кешенең ышанысы һөҙөмтәһе. Алда яңы рекордтар, яҡты ярыштар, талантлы тәрбиәләнеүселәр hәм хәрәкәт, сәләмәтлеке һәм актив тормош һайлаған тағын да күбрерәк кешеләр булһын.

Юбилейың менән, «Парус»! Уңыштар, үҫеш hәм оҙаҡ йылдарға яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Галина ВАРИКОВА яҙып алды.

Лев Агеев фотолары.

 

Сәләмәт йәшәү рәүеше – оҙон ғүмерҙең нигеҙе
Сәләмәт йәшәү рәүеше – оҙон ғүмерҙең нигеҙе
Автор:
Читайте нас