Дим буйҙары
+16 °С
Дождь
Общие статьи
15 Июля , 08:43

1 августан пенсионерҙарҙың өс категорияһына өҫтәмә аҡса түләнә

Бында эшләп йөрөүсе пенсионерҙар, тупланма пенсия алыусылар һәм 80 йәштән өлкәндәр хаҡында һүҙ бара.

1 августан пенсионерҙарҙың өс категорияһына өҫтәмә аҡса түләнә1 августан пенсионерҙарҙың өс категорияһына өҫтәмә аҡса түләнә
1 августан пенсионерҙарҙың өс категорияһына өҫтәмә аҡса түләнә

Тупланма пенсия билдәләнгән граждандарға түләү 20% тиерлек арттырыла, ә эшләп йөрөгән пенсионерҙарға өҫтәмә 470 һумдан артмай, тип яҙа РБК.

Эшләп йөрөүсе пенсионерҙар. 1 августан Социаль фонд эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһын автоматик рәүештә яңынан иҫәпләй. Максималь өҫтәмә өс пенсия коэффициенты менән сикләнгән. 2026 йылда балл хаҡы (156,76 һум) иҫәпкә алынып, максималь өҫтәмә 470,28 һум тәшкил итәсәк. Ғариза яҙырға кәрәкмәй.

Тупланма пенсия алыусылар. 1 августан тупланма пенсиялар ҙа ғаризаһыҙ тәртиптә ҡайтанан иҫәпләнә. Өҫтәмәнең күләме аҡсаны ҡайҙа туплауға бәйле. Аҡса Социаль фонд идаралығында булһа, 17,3% арта. Берлектә финанслау программаһында ҡатнашыусылар, әсәлек капиталын ҡулланыусылар йәки үҙаллы иғәнә индереүселәр өсөн өҫтәмә 19,3% була.

80 йәше тулған пенсионерҙар. Июлдә 80 йәшен тултырған пенсионерҙар августан икеләтә билдәләнгән түләүҙәр (күләме 19 169, 38 һум) аласаҡ.  Өҫтәмә автоматик рәүештә тәғәйенләнә һәм пенсияның страховка өлөшөнә генә ҡағыла. Июлдә беренсе төркөм инвалидлыҡ алған граждандар ҙа ошондай уҡ өҫтәмәгә хоҡуҡлы.

Башинформ.

1 августан пенсионерҙарҙың өс категорияһына өҫтәмә аҡса түләнә
1 августан пенсионерҙарҙың өс категорияһына өҫтәмә аҡса түләнә
Автор:
Читайте нас