

“Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Профессионалитет” федераль проекты амбассадорҙары һәм Учалы тау сәнәғәте колледжы студенттары В. Терешкова исемендәге “Ҡалҡан” лагеры балаларын VR–күҙлектәр ярҙамында киләсәк профессиялар менән таныштырҙы.
Балалар карьер водителе ролендә ҙур машина менән виртуаль карьерҙа идара итте, пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеү нигеҙҙәре менән танышты. Бындай күнекмә иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында һорау менән файҙалана. Ошондай ҡыҙыҡлы осрашыуҙарҙың маҡсаты – балаларҙы мәғдән табыуҙың һәм сығарыуҙың технологик процестары менән генә таныштырыу түгел, уларға һөнәр һайлауға аңлы рәүештә килергә ярҙам итеү ҙә.
“Хәҙерге заман балаһы мәғлүмәтте интерактив аша яҡшыраҡ ҡабул итә. Виртуаль ысынбарлыҡ күҙлектәрен кейеп, техника менән идара иткәндә унда һөнәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уяна. Беҙҙең бурыс – эшсе профессияларының юғары технологиялы, белем һәм һанлы мөхит менән эш күнекмәләрен талап итеүсе белгеслектәр икәнен күрһәтеү",– тип билдәләне Учалы тау сәнәғәте колледжының тәрбиә буйынса директор советнигы Юнир Үзбәков.
“Йәштәр һәм балалар” милли проекты (нацпроект “Молодежь и дети”) йәш быуынға үҙенең эске мөмкинлектәрен бойомға ашырыу өсөн шарттар тыуҙырыуға арналған. Мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, педагогия университеттарын яңыртыу, белем биреү-етештереү үҙәктәрен һәм профессиональ әҙерлек кластерҙарын, инженер мәктәптәрен, донъя кимәлендәге кампустар селтәрен формалаштырыу – уның төп маҡсаты. Йәш быуында илһөйәрлек, яуаплылыҡ, әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләүгә айырыуса ҙур иғтибар биреләсәк. Проект 14 йәштән 35 йәшкә тиклемге йәштәрҙең һәләттәрен үҫтереү өсөн мөмкинлектәр тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота.
Яңы милли проект былтыр тамамланған “Мәғариф” проектының логик дауамы булыуҙан тыш, йәштәр сәйәсәтендә өр-яңы аҙым яһаясаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото:"Бәйләнештә".