Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Общие статьи
16 Июля , 02:18

Сит ил кешеһе никах уҡытыр өсөн ислам динен ҡабул иткән

Кейәүгә – 79, кәләшкә 65 йәш! 

Сит ил кешеһе никах уҡытыр өсөн ислам динен ҡабул иткәнСит ил кешеһе никах уҡытыр өсөн ислам динен ҡабул иткән
Сит ил кешеһе никах уҡытыр өсөн ислам динен ҡабул иткән

Ошо көндәрҙә Торатау шиханы янындағы этнокомплекста матур ғаилә байрамы – никах туйы үткән. Шуныһы ҡыҙыҡ, кейәү “егет” Ливерпулдән (Бөйөк Британия) һәм уға 79 йәш. Ә кәләшкә – 65, ул Стәрлетамаҡтан. “Торатау” геопаркының идарасы менеджеры Ғәзиз Ғәлин хәбәр итеүенсә, бында ошоноң ише саралар йыш үтә.

– Беҙҙә бик матур һәм аҙна һайын йоманан йәкшәмбегә тиклем фотосессиялар үтә. Был пар ҙа үҙ байрамы ҡунаҡтары һәм туғандары менән матур башҡорт тәбиғәтендә фотоға төштө. Мин уларҙы тирмәгә инергә саҡырҙым. Кейәү менән кәләш мосолмандарҙың никахын үткәрҙе. Никах йолаһын үткәреү өсөн инглиз бабай ислам динен ҡабул иткән. Ысын мөхәббәт өсөн ара ла, йәш тә, башҡа сиктәр ҙә юҡ, – тине ул.

Яңы ғаиләгә бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ! 

Фото: Ғәзиз Ғәлин. 

Сит ил кешеһе никах уҡытыр өсөн ислам динен ҡабул иткән
Сит ил кешеһе никах уҡытыр өсөн ислам динен ҡабул иткән
Автор:
Читайте нас