Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Общие статьи
16 Июля , 02:53

Стәрлетамаҡта “Бәрхәт” пляжы асылды

Пляж инфраструктураһына бассейндары булған 20 асыҡ һәм ете ябыҡ беседка, дөйөм ял зонаһы, балалар өсөн уйын майҙансығы, кейенергә бүлмәләр, душ кабиналары, ҡотҡарыу посы һәм видеокүҙәтеү системаһы инә.

Стәрлетамаҡта “Бәрхәт” пляжы асылдыСтәрлетамаҡта “Бәрхәт” пляжы асылды
Стәрлетамаҡта “Бәрхәт” пляжы асылды

Стәрлетамаҡта Ашҡаҙар йылғаһы буйында яңы “Бәрхәт” пляжы асылды, тип хәбәр иттеләр төбәктең эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан. Башланғысты шәхси эшҡыуар “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты (национальный проект “Туризм и гостеприимство”) ярҙамында тормошҡа ашыра.

Пляж инфраструктураһына бассейндары булған 20 асыҡ һәм ете ябыҡ беседка, дөйөм ял зонаһы, балалар өсөн уйын майҙансығы, кейенергә бүлмәләр, душ кабиналары, ҡотҡарыу посы һәм видеокүҙәтеү системаһы инә. Әле биләмәлә һуңғы эштәр бара. Унда аҙ хәрәкәтсән граждандар өсөн пандустар ҡуйыла, юлдар төҙөкләндерелә һәм һыуға инеү урындары бетонлана. Билдәләп үтәйек, пляж төҙөү идеяһын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә Руслан Ғәлимов тәҡдим итә, уның һөҙөмтәләре буйынса ул хуплау таба.

“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты инфраструктураны үҫтерергә, ҡорамалдар етештерергә, тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләргә һәм Рәсәй һәм сит илдәр буйлап сәйәхәттәрҙе алға ебәрергә ярҙам итә. Туристар сифатлы хеҙмәт һәм яҡшы тәьҫораттар, ә бизнес дәүләт ярҙамы ала. Былар барыһы ла сәйәхәттәрҙе уңайлы, хәүефһеҙ һәм ҡыҙыҡлы итә. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башҡортостан" ДТРК-һы. 

bashgazet.ru

Стәрлетамаҡта “Бәрхәт” пляжы асылды
Стәрлетамаҡта “Бәрхәт” пляжы асылды
Автор:
Читайте нас