

"Бишут" сәйе ниндәй үләндәрҙән әҙерләнә һуң?
Клевер сәскәһе. Файҙаһы - йөрәк-ҡан тамыры системаһын көйләй, микроэлементтарға бай, хуш еҫле. Иммунитетты нығыта.
Ҡарағат япрағы. Файҙаһы - хуш еҫле флавоноидтарға бай (ашҡаҙан-эсәк эшмәкәрлеген көйләй, кәйефте күтәрә). Бигерәк тә иммунитетты көйләүсе, йөрәк эшмәкәрлеген яҡшыртыусы барыбыҙға ла билдәле, тик аш-һыу аша ғына организмға инеүсе С витамины күп. Ҡарағаттың ҡалын һәм ҡуйы йәшел төҫтәге япраҡтарының файҙаһы ҙур. Мөмкинлек булһа, баҡса ҡарағатынан бигерәк, ҡырҙа, йылға ярҙарында, уйһыулыҡтарҙа үҫкән ҡарағаттың япраҡтарын йыйығыҙ.
Ҡурай еләге япрағы һәм емештәре. Файҙаһы - ҡан тамырҙарын таҙарта, ҡуйы ҡан бер аҙ шыйыҡлана, туҡыма араларындағы артыҡ шыйыҡсаны сығара, артерия баҫымын көйләй. Йәй һәм көҙ осоронда бары тик ҡурай еләгенең япраҡтарын ҡулланырға, ә ҡыш һәм яҙ айҙарында емешле суҡтарын сәйгә ҡушыу отошло.
Ер еләге япрағы һәм емешле суҡтары. Файҙаһы - микроэлементтарға бай. Бигерәк тә йөрәк эшмәкәрлеге өсөн файҙалы пектин матдәһенең күп булыуы отошло. Япраҡ менән емешле суҡтарҙы ҡурай еләге япрағы кеүек ҡулланырға кәңәш итер инем.
Боланут (русса "Иван-чай" исеме менән билдәле) япрағы һәм сәскәләре. Был үләнде ҡушыу мотлаҡ шарт түгел. Әгәр киптерелгән үлән булһа, ҡушығыҙ. Был үлән сәйгә үҙенсәлекле хуш еҫ өҫтәй. Файҙаһы - тонусты күтәрә, бар организмға еңеллек бирә, баш мейеһе эшмәкәрлеген көйләй, хәтерҙе яҡшырта. Был үлән булмаһа, барыбыҙға ла билдәле мәтрүшкә үләнен (сәскәһен) ҡулланырға була. Шәхсән үҙем ошо үләндең еҫен бик яратып бармайым, шуға бик һирәк ҡулланам.
Иҫкәрмә. Мәтрүшкә тигәс, һары мәтрүш (зверобой продырявленный) үләнен көндәлек эсер сәйгә ҡушып ҡуймағыҙ! Был үлән - дауа үләне! Уларҙың файҙаһы ла, артыҡ ҡулланғанда зыяны ла бар, тимәк.
Бар кешегә лә килешкән, бер ниндәй кире тәьҫире булмаған Бишут ҡушылмаһы өсөн бына ошо үләндәр етә.
Еләк япрағы тураһында нимәгә оҙаҡ яҙам. Сөнки күптәр еләктең файҙалы һәм сәйгә тәм биреүен белә, әммә еләк япрағы шул тиклем йоҡа һәм бәләкәй, ә инде киптергәс, үтә мурт була. Бер-ике әйләндерһәң, он кеүек ыуалып бөтә. Шул сәбәптән генә күп кеше еләк япрағын йыйып тормай. Ә был япраҡ (төпһәһенең дә файҙаһы шул уҡ, ә инде еләкле суҡтарҙың файҙаһы икеләтә артыҡ) берҙән, күп, икенсенән, файҙалы.
Бишут ҡатнашмаһын әҙерләү
Иң тәүҙә ҡоро эмалләнгән ҙур табаҡ алығыҙ. Мотлаҡ ҡоро булһын. Бер тамсы ғына һыу эләкһә лә үләндәрегеҙҙең тиҙ арала боҙолоуы ихтимал. Һеҙ бер юлы бер айға етерлек ҡатнашма әҙерләйһегеҙ. Ҡулығыҙҙы яҡшылап йыуып, ҡоротоғоҙ. Шунан сиратлап табаҡҡа кипкән үләндәрҙе һала башлайбыҙ.
Беренсе ҡат. Һәр үләндән берәр ус алып табаҡҡа һалығыҙ. Әгәр әле ҡаты һалҡындар етмәгән икән, ҡарағаттың япрағын ғына һалығыҙ. Сөнки ҡарағат емештәре бик көслө. Уларын витаминдар аҙайған осор - ҡыш һәм яҙ ҡулланырһығыҙ. Аҙаҡ ике ҡуллап үләндәрҙе еңелсә генә күтәргеләп, ҡатнаштырығыҙ.
Икенсе ҡат. Клевер, ер еләге, боланут үләндәренән тағы берәр ус өҫтәгеҙ. Тағы ла бер тапҡыр күтәрә биреп болғатып алығыҙ. Әгәр ҙә был ҡатнашма аҙ һымаҡ тойолһа, шул уҡ тәртиптә яңынан ҡабатлағыҙ йәки клевер сәскәһе менән боланут япраҡтарын тағы ла берәр ус өҫтәгеҙ.
Сама менән ниндәй дәүмәлдә ҡушыла был ҡатнашмаға үләндәр? Клевер, боланут, ер еләге - 2 өлөш. Ҡарағат, ҡурай еләге япраҡтары - 1 өлөш. Ни өсөн шулаймы? Сөнки ҡарағат япрағы күп булһа, сәйҙең төҫө ҡарая, ә ҡурай еләге күп булһа, күберәк тирләтә һәм файҙалы матдәләр тиҙ юғала, тимәк. Ә клевер сәйгә бал тәмен бирә (Юҡҡа ғына йәйгеһен бал ҡорто ошо сәскәнең янынан китешмәй). Боланут (йә мәтрүшкә) хуш еҫ, еләк япрағы әскелтем тәм бирә.
Үләндәрҙе ҡушып бөткәс, барыһын да полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып ҡуйырға ла, бер аҙнаға етерлеген генә сәй өҫтәле янына, тимер йә фарфор (полиэтилен һауыт ярамай, еҫе боҙола) һауытҡа һалып алып ҡалырға. (Был сәй бөткәс кенә моҡсайҙағы сәйҙән һауытҡа яңынан һалырһығыҙ). Шулай иткәндә сәйҙең хуш еҫе юғалмай.
Йәнә бер сер - бәләкәй һауытҡа һалыр алдынан шул миҡдарҙағы сәйҙе ныҡ ҡына итеп уста ыуып ваҡлап алырға була. Шулай иткәндә һауытҡа күберәк һыя йәнә сәй тиҙерәк бешә. Ә ҙур ҡапсыҡтағы сәйҙе бик ваҡларға ярамай.
Сәйҙе дөрөҫ бешереү мотлаҡ. Сәйнүктең эсенә эҫе һыу ҡойоп, бер минуттай ҡапҡасын ябып тоторға. Аҙаҡ был һыуҙы түгеп, сәйнүккә тәүҙә ҡәҙимге ҡара (йәки йәшел) бөртөклө сәй (бер эсеүгә етерлек итеп, мәҫәлән бер балғалаҡ) һалырға ла "Бишут" үлән сәйенән ике семтем (ҡара сәй күләменән 3 тапҡырға күберәк) төшөрөргә һәм өҫтөнә, сәйнүктең яртыһынан итеп ҡайнар (ҡайнап сыҡҡас 3-5 минут үткәс тағы ла яҡшыраҡ) һыу ҡойорға. Сәйнүк өҫтөнә таҫтамал ҡапларға. 5 минут самаһы ваҡыт үткәс, сәйнүккә тағы ла эҫе һыу өҫтәргә. Болғатырға кәрәкмәй. Үлән сәйе япраҡтары тәүҙә өҫтә була, аҙаҡ аҫҡа төшә башлай. Тимәк, сәй әҙер, эсә башларға мөмкин.
Үлән сәйен бер үк сәйнүктән көнөнә 3 тапҡыр эсергә мөмкин. Бының өсөн әле өйрәнгәнсә яһалған сәйҙе, үләне генә ҡалғанса яһап бөтөрөргә (йәки ҡалған сәй һыуын икенсе һауытҡа ҡойоп торорға). Иң мөһиме, сәйнүктә һыу күп ҡалмаһын. Сөнки был һыу һыуынасаҡ һәм сәйҙең тәмен боҙасаҡ. Өс тапҡыр бешергәс, мотлаҡ сәйнүкте таҙартырға кәрәк. Был ысул ҡулланғанда сәйнүктең уртаса ҙурлыҡтағыһы отошло. Сөнки сәй япраҡтары бүртеп, сәйнүк эсе тиҙ генә тулып китә.
Лилиә ҠӨЙЕПОВА