Дим буйҙары
+15 °С
Дождь
Общие статьи
17 Июля , 19:00

Өлкәндәр, конкурста ҡатнашығыҙ!

Әүҙемлекте һаҡлай, яҡындар менән аралашыуҙы еңеләйтә, электрон форматтағы дәүләт хеҙмәттәренән файҙаланыуға юл аса.

Өлкәндәр, конкурста ҡатнашығыҙ!Өлкәндәр, конкурста ҡатнашығыҙ!
Өлкәндәр, конкурста ҡатнашығыҙ!

Башҡортостанда йәшәгән өлкән быуын вәкилдәрен компьютер белемен өйрәнеүҙә пенсионерҙарҙың шәхси ҡаҙаныштары XII  Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға саҡыралар. Конкурс “Интернетҡа рәхмәт-2026” девизы аҫтында “Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Компьютер белемен үҙләштергән пенсионерҙар һәм илле йәштән өлкәндәр ҡатнаша ала. Проект операторы булып өлкән быуындың компьютер һәм интернет белемен үҫтереү буйынса милли мәнфәғәттәрҙе тормошҡа ашырыу координацион үҙәге сығыш яһай.

– Компьютер белемен күтәреү – һанлаштырыуҙың мөһим өлөшө. Электрон ҡорамалдарҙа эш күнекмәләренә эйә булыу көндәлек тормоштоң айырылғыһыҙ  яғы. Айырыуса өлкәндәрҙең һанлаштырыу белемен үҫтереү ҙур әһәмиәткә эйә. Был күнекмә когнитив әүҙемлекте һаҡлай, яҡындары менән аралашыуҙы еңеләйтә, электрон форматтағы дәүләт хеҙмәттәренән файҙаланыуға юл аса. Беҙҙең төбәктән конкурсҡа заявкалар  килә башланы ла инде, – тине дәүләт идараһын  һанлаштырыуҙы үҫтереү министры Геннадий Разумикин.

 Конкурс эштәрен ҡабул итеү 2026 йылдың 27 октябренә тиклем дауам итәсәк. Ҡатнашыу ҡағиҙәләре менән azbukainterneta.ru сайтының “Конкурс” бүлегендә танышырға мөмкин. Конкурс дистанцияла үткәрелә.

“Мәғлүмәттәр иҡтисады” милли проекты (нацпроект “Экономика данных”) “Дәүләт хеҙмәттәре” системаһын  артабан камиллаштырыуҙы дауам итеп, төп секторҙарҙа һанлы платформалар булдырыуҙы, иҡтисадтың бөтә өлкәләренә ватан IT-сиселештәрен тиҙләтелгән рәүештә индереүҙе, элемтә хеҙмәттәрен үҫтереүҙе тәьмин итә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса, яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Фото:  Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы.

bashgazet.ru

Өлкәндәр, конкурста ҡатнашығыҙ!
Өлкәндәр, конкурста ҡатнашығыҙ!
Автор:
Читайте нас