

1 августа ямғыр яуһа – көҙ илаҡ, ҡоро булһа – көҙ тыйнаҡ.
2 августа көн ҡоро булһа, алты аҙна буйы шул һауа торошо һаҡланыр.Әгәр ямғыр яуһа - атлы аҙна тоташ ямғырға.
4 августа киске томан ер өҫтөнә йәйелһә, көндәр эҫе торасаҡ.
иртә һыуыҡ булһа, ҡыш та шундай булыр.
8 имән сәтләүеге күп булһа, йыл уңышлы килер.
10 ҡырмыҫҡалар ояһын ҙурайта башлағанын тап итһәгеҙ, тимәк, ҡыш иртә һәм һыуыҡ килер.
11 августа өлгөргән һоло икенсегә йәшелләнһә, көҙ ямғырлы булыр.
13 августа ямғыр алдынан йәйғор ҡалҡһа, көн оҙаҡҡа боҙолор.
14 август ниндәй булһа, 28-ҙе лә шундай булыр
15 ел төшкә ҡәҙәр ҡояш ыңғайына әйләнеп, төштән һуң киреһенсә боролһа – аяҡ көндәргә ишара.
16 август ниндәй – 19 декабрь шундай.
17 августа ниндәй һауа торошо торор – ноябрь ҙә шундай булыр.
19 августа көн нисек – 14 октябрь һәм ғинуар шулай килер.
20 августа иртән күтәрелгән томан ҡояш ҡалҡҡас таралып бөтһә, көндәр яҡшы торор.
Егерме берендә көслө ел ҡалҡһа, аҙна –ун көн тирәһе елле булыр.
Егерме икеһендә августа ысыҡ ни тиклем күп төшһә, иртәгәһенә шул ҡәҙәр эҫе булыр.
23 августа йылға –күлдәр өҫтө тыныс торһа, ҡыш буранһыҙ килер. Көн уртаһында тулҡын күренһә, ҡыш һыуыҡ булыр.
24 августа ҡояш ҡалҡҡанда ямғыр яуһа, ул бер нисә көнгә һуҙылыр.
Егерме бишендә ямғыр яуһа, әбейҙәр сыуағы ҡыҫҡа булыр. Йылы һәм аяҙ булһа – аҡ бәшмәк уңыр.
26 августа төнө буйы ябалаҡ ҡысҡырһа, һауа торошо үҙгәрә.
28 августа көн матур торһа, 13-21 сентябрҙә ямғырлы булыр.
29 августа торналар йылы яҡҡа китеп бөтһә, 14 октябргә һалҡын булыр.
30 августа сәтләүек уңышы мул булһа, киләһе йыл арыш уңыр.
31 августа аяҙ булһа, сентябрҙең беренсе аҙнаһы ямғырлы булыр.