Дим буйҙары
+17 °С
Облачно
Общие статьи
1 Августа , 07:18

Башҡортостанда 222 меңдән артыҡ пенсионер пенсияға өҫтәмә аласаҡ

Был хаҡта Социаль фондтың төбәк бүлегендә хәбәр итәләр.

Башҡортостанда 222 меңдән артыҡ пенсионер пенсияға өҫтәмә аласаҡБашҡортостанда 222 меңдән артыҡ пенсионер пенсияға өҫтәмә аласаҡ
Башҡортостанда 222 меңдән артыҡ пенсионер пенсияға өҫтәмә аласаҡ

Һүҙ ҡартлыҡ йәки инвалидлыҡ буйынса пенсия алыусылар һәм 2025 йылда эшләүен дауам итеүселәр тураһында бара - улар өсөн эш биреүселәр страховка керетемдәрен түләгән.

Бының индексация түгеллеген аңлау мөһим. Өҫтәмә күләм индивидуаль буласаҡ һәм пенсионерҙың хеҙмәт хаҡына бәйле. Керем ни ҡәҙәр юғары булһа – шул ҡәҙәр артасаҡ. Максимум - өс пенсия коэффициентына ҡәҙәр.

Тағын нимә үҙгәрәсәк:

Әгәр элек иҫәпкә алынмаған түләүҙәр барлыҡҡа килһә, туйындырыусыһын юғалтыу буйынса пенсияларҙы ҡайтанан һанайҙар;

 тупланма пенсияларға һәм ашығыс түләүҙәргә уҙған йылғы инвестиция керемен иҫәпкә алып төҙәтмәләр индерәләр.

Шуныһы яҡшы — бер нимәне лә рәсмиләштерергә кәрәкмәй. Яңынан иҫәпләү автомат рәүештә башҡарыласаҡ.

Юғары түләүҙәр инде 3 августан — ғәҙәти график буйынса килә башлаясаҡ.

Башинформ

Башҡортостанда 222 меңдән артыҡ пенсионер пенсияға өҫтәмә аласаҡ
Башҡортостанда 222 меңдән артыҡ пенсионер пенсияға өҫтәмә аласаҡ
Автор:
Читайте нас