Дим буйҙары
+15 °С
Облачно
Общие статьи
2 Августа , 15:37

Эҫе көндәр буласаҡ әле

Ҡасан һәм оҙаҡҡамы? 

Эҫе көндәр буласаҡ әлеЭҫе көндәр буласаҡ әле
Эҫе көндәр буласаҡ әле

Башгидромет синоптиктары алдағы өс көнгә ентекле фараз бирҙе.

Яҡынса фараз буйынса, һауа температураһы әкренләп күтәреләсәк.

Бөгөн, 2 августа, көндөҙ термометр бағанаһы +24 градус билдәһендә була. Төндә +16 градусҡаса һалҡын буласаҡ.

3 август тағы ла йылыраҡ буласаҡ. Көндөҙ температура +26 градусҡа тиклем күтәреләсәк.

4 августа термометр көндөҙ +28, төндә +18 градус күрһәтәсәк.

Алдағы көндәрҙә ямғыр яуасаҡ. Шулай уҡ боҙ-борсаҡ һәм көслө ел көтөлә.

Рәсәй Гидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, августа Башҡортостанда уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға яҡын булыуы көтөлә (норма +17,2 градус). Айлыҡ яуым-төшөм күләме шулай уҡ нормаға яҡын (норма 45-65 миллиметр) тип күҙаллана.

Сығанаҡ: bashgazet.ru

 

Эҫе көндәр буласаҡ әле
Эҫе көндәр буласаҡ әле
Автор:
Читайте нас