

Бишбүләк районында урып-йыйыуға рәсми рәүештә район хакимиәте башлығы Александр Александрович Семенов старт бирҙе. 24 июлдә Салауат Юлаев исемендәге ауыл хужалығы кооперативы базаһында, унда төрлө милек формаһындағы хужалыҡтар етәкселәренең традицион семинар-кәңәшмәһендә урып-йыйыуҙың планлаштырылған һандары яңғыраны, маҡсатҡа ирешеү буйынса конкрет бурыстар ҡуйылды. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 170 мең гектарҙа, йәғни көҙгө культуралар өсөн сәселгән барлыҡ майҙандың 18 проценты һуҡтырылған. Республиканың ауыл хужалығы етештереүселәре 600 меn тонна иген йыйып алған. Ауыл хужалығы культураларының уртаса уңышы гектарынан 36 центнер, тип баһалдана. Был үткән йыл менән сағыштырғанда, гектарынан биш центнерға күберәк. Республика буйынса урып-йыйыу эштәренә дүрт меңдән ашыу ашлыҡ йыйыу комбайны йәлеп ителгән. Райондың барлыҡ хужалыҡтарында ла бар ҡеүәткә ужым культураларын йыялар, ул 8190 гектар тәшкил итә. Бында 80-дән артыҡ комбайн урып-йыйыу эштәрен башҡара.
Бөгөнгө көнгә 5150 гектарҙа ужым культуралары йыйылған, был уңдырышлы дөйөм майҙандың 62 процентын тәшкил итә. «Марс» йәмғиәте, Киров исемендәге кооператив, Калинин исемендәге, «Урожай» йәмғиәттәре кеүек хужалыҡтарҙа, шулай уҡ Рафил Арыҫланов, Анатолий Трофимов hәм Азат Минәңмәтовтың крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында урып-йыйыу эштәрен йылдан-йыл ойошҡан төҫтә һәм тырышып башҡаралар. Көҙгө арыштың уртаса уңышы гектарынан 25 центнер, көҙгө боҙайҙың hәр гектарҙан — 27 центнер. Был беҙҙең аграрийҙарҙы һөйөндөрә. Шулай итеп, ҡайһы бер хужалыҡтар көҙгө культураларҙы йыйып бөтөрөп, һабан культураларына керештеләр.
Был аҙнала Салават Юлаев исемендәге ауыл хужалығы кооперативында булып, район ауыл хужалығы идараһының баш белгестәре менән быға инандылар. Хужалыҡта быйыл алдан уҡ иген йыйыу техникаһын, барлыҡ склад биналарын, ындыр табағын әҙерләгәндәр, шулай уҡ барлыҡ урып-йыйыу эштәрен хеҙмәткәрҙәр hәм механизаторҙарҙың тейешле кадрҙары менән комплектлағандар. 100 гектар мeйдандагы һоло культураһын йыйып алыу барған майҙанға килгәндә, урып-йыйыу эштәре ҡыҙыҡ темпта бара ине. Көн ҡояшлы hәм эҫе, әйтерһең дә, ул игенселәребеҙгә уңышты ваҡытында йыйып алырға ярҙам итә.
Баҫыуҙа «NOVA 340» hәм «Палессе» иген йыйыу gыю комбайндарында эш стажы ҙур булған механизаторҙар Илшат Фәнзил улы Ҡасимов һәм Азат Мәрүәр улы Сиражетдинов эшләй. КамАЗ машинаһы йөрөтөүсеһе Назиф Минәхмeт улы Нәбиуллин, комбайн бункерҙарын бушатып, яландан ындыр табағына ваҡытында рейстар яһай. Игенселәрҙең рухы күтәренке. Улар урып-йыйып эштәренең барышы менән бик теләп уртаҡлашты.
Владимир СМОЛОВ.
Автор фотолары.