

Рәсәй Президенты Владимир Путин Украиналағы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың тол ҡатындары өсөн экстракорпораль аталандырыу процедураһын (ЭКО) бушлай уҙғарыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.
Процедураға хоҡуҡты һуғыш хәрәкәттәре ветерандарының ҡабат никахҡа кермәгән тол ҡатындары аласаҡ. Улар был мөмкинлектән ире үлгәндән һуң биш йыл дауамында файҙалана аласаҡ.
Бының өсөн мәжбүри шарт – хәрбиҙең иҫән сағында уның биологик материалын ҡулланыуға биргән нотариаль таныҡланған ризалығы булыуы. Шул уҡ ваҡытта йөклөлөк биш йыллыҡ срок сиктәрендә булырға тейеш.
Был осраҡта ата булыуы никахлашыу тураһындағы яҙма менән, иренең балаһың атаһы булып яҙылырға нотариаль таныҡланған ризалығы менән һәм был осраҡта хәрбиҙең биологик материалын ҡулланыуҙы раҫлай торған медицина ойошмаһы тарафынан бирелгән документ менән таныҡланасаҡ.
Документта шулай уҡ баланың исемен һәм фамилияһын һайлау хәрбиҙең иҫән сағында бирелгән ризалығына таянасаҡ, тип әйтелә.
Закон 2026 йылдың 1 декабренән үҙ көсөнә керә.
Сығанаҡ: lenta.ru