

Алтын миҙалды мәктәптән һуң уҡыуҙа ҙур уңыштар күрһәткән сығарылыш класс уҡыусылары ала. Рәсми рәүештә ул «Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн», тип атала. Шундай сығарылыш уҡыусыларҙың береһе Анир Альберт улы Әхмәҙиев Бишбүләк ауылының 3-сө урта мәктәбен тамамлаған. 11 йыл дауамында ул отличник була һәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшыра.
Анир башланғыс кластарҙа Бишбүләк ауылының 2-се урта мәктәбендә уҡый, бында тәүге уҡытыусыһы Рита Гәрәй ҡыҙы Хәйруллина була, уны ҙур хөрмәт менән иҫкә ала. Ул уға белем генә түгел, бөтә дoнъяны биргән: мәктәп тормошона юл күрһәтеүсе, остаз, хатта икенсе әсәй ҙә булған. Башланғыс кластарҙан уҡ Анир математиканы үҙ иткән. Был яратыу, теүәл фәндәргә тартылыу яңы мәктәпкә күскәс тә дауам иткән.
— Алтын миҙал минең өсөн ҙур бүләк. Быға мин 11 йыл буйы килдем, был — минең өсөн хеҙмәт, тырышлыҡ hәм сабырлыҡ символы. Барлыҡ уҡытыусыларға ла баһалап бөткөһөҙ хеҙмәттәре өсөн ысын күңелдән рәхмәт әйткем килә. Һеҙ белем биреү менән генә сикләнмәнегеҙ — һеҙ ҡанатландырҙығыҙ, ярҙам иттегеҙ hәм беҙгә үҫергә һәм маҡсатҡа ирешергә ярҙам иттегеҙ, — тип рәхмәт белдерә ул.
Анирҙың копилкаһында бик күп дипломдар, Рәхмәт хаттары, Мактау грамоталары бар. Сығарылыш класс уҡыусыбыҙҙың Юрий Гагарин исемендәге кубокка республика мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының республика этабында призер миҙалы уның белем күрһәткесе. Төрлө фәндәр буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының муниципаль hәм республика этаптарында уның еңеүен раҫлаусы Маҡтау грамоталары. Мәктәп, район тормошонда әүҙем ҡатнашҡаны һәм спорттағы юғары күрһәткестәре өсөн Рәхмәт хаттары. Анир Әхмәҙиев рәсми бүләк алған — ГТО отличие билдәһен, уны «Хеҙмәткә hәм оборонаға әҙер» комплексы сиктәрендә спорт нормативтарын уңышлы үтәгәне өсөн тапшырғандар. Ул сығарылыш класс уҡыусыһының физик әҙерлеге яҡшы булыуын раҫлай. Анир шулай уҡ дрон-рейсинг (квадрокоптертарҙа уҙыш) буйынса район ярыштары призеры. Аҡыллы, тырыш малай программирование буйынса өҫтәмә белем биреү программаһы буйынса төрлө курстарҙы ла уңышлы уҙған. Сығарылыш уҡыусыһының дoнъяға ҡарашы киң, эске дoнъяһы бай hәм ул бик талантлы. Уҡыуҙа уңышҡа ирешкәндән тыш, музыка менән дә шөғөлләнгән. Музыка мәктәбенә «вокал» класы буйынса йөрөгән, уны ла отличие менән тамамлаған. Уның музыкаль конкурстарҙа уңышлы ҡатнашыуы тураһында дипломдары һөйләй. Yҙенең вокаль сәнғәтен «Уйна, бейе hәм йырла!» XV Халыҡ-ара ижад конкурсында күрһәтә һәм I дәрәжә дипломы, ситтән тороп вокаль hәм музыкаль «Мелодинка» конкурсының I дәрәжә дипломы, Бөтә Рәсәй дистанцион балалар ижады «Бала саҡ салауат күпере» конкурсының II дәрәжә дипломы hәм башҡа бик күп бүләктәр яулай.
Баланың шәхесен формалаштырыуҙа иң төп ролде ғаилә уйнай. Тап бына ата-әсәләр hәм йорт атмосфераһы баланың мәктәптәге уңышлары өсөн нигеҙ һала. Был мәктәп hәм уҡытыусылар роль уйнамай тигән һүҙ түгел — улар мөhим, әммә тап бына ғаилә балаға үҙ-үҙенә ышанырға, максаттар ҡуйырға һәм ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә торған базаны формалаштыра. Анирҙың ата-әсәһе Альберт Наил улы менән Альбина Вадим ҡыҙы улдары уҡыған мәктәптән бер нисә тапҡыр Рәхмәт хаттары алғандар. Уларға ижади булыуҙары, актив тормош позициялары, мәктәп тормошонда һәм матур ул тәрбиәләүҙә актив ҡатнашыуҙары өсөн рәхмәт белдерҙеләр!
Алда яңы тормош, оло тормошҡа юл көтә. Уҡыусыбыҙ һынатмаҫ, үҙ юлын табыр hәм ата-әсәһен, уҡытыусыларын hәм яҡындарын уңыштары менән һөйөндөрөр, тип ышанабыҙ. Артабан үҫеш hәм ынтылыш өсөн ниндәй генә уҡыу йорто һайламаһын, уға яҡты юл, hәр нәмәлә уңыштар теләйек!
Зөлфиҙә МУЛЛАҒӘЛИЕВА.
Автор фотоһы.