

Ислам Бәләбәй медицина колледжын тамамлаған һәм медицина юлын һайлап, үҙенең тормошонда тәүге аҙымдарын яһай. Ни өсөн тап медицина? Ислам өсөн был өлкәлә эшләү генә түгел, ә кешеләргә файҙалы булыу, уларға иң мөһим мәлдәрҙә ярҙам итеү һәм үҙ хеҙмәтенең һөҙөмтәһен күреү мөмкин. Халыҡҡа ярҙам итеү һәм файҙа килтереү мөмкинлеге һөнәр һайлауҙа төп йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Әммә медицина - йәш белгесебеҙҙе илһамландырыусы берҙән-бер нәмә түгел. Буш ваҡытта Ислам һүрәт төшөрөргә, гипстан әйберҙәр яһау менән шөғөлләнә, шулай уҡ ҡурайҙа уйнай.
Ислам район Һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең профсоюз ойошмаһына инергә ҡарар итте, сөнки ярҙам алырға, хеҙмәт хоҡуҡтарын яҡларға, коллектив тормошонда ҡатнашырға һәм бергә үҫешергә мөмкин булған команданың бер өлөшө булыуҙы мөһим тип һанай. Ислам Венер улына ышаныслы старт, рәхмәтле пациенттар, аҡыллы остаздар, һөнәри үҫеш һәм илһам теләйбеҙ!
https://vk.ru/podsl_bizh