Дим буйҙары
+11 °С
Облачно
Общие статьи
14 Августа , 12:52

Балалар «Урал батыр» эпосы менән яҡындан танышасаҡ

Бишбүләк ауылының 3-сө мәктәбендә башҡорт теле кабинетында мәшһүп эпосҡа арналған мөйөш барлыҡҡа килде.

Балалар «Урал батыр» эпосы менән яҡындан танышасаҡБалалар «Урал батыр» эпосы менән яҡындан танышасаҡ
Балалар «Урал батыр» эпосы менән яҡындан танышасаҡ

Стендта боронғо риүәйәттәр донъяһын сағылдырған материалдар тупланған: эпостың ҡыҫҡа йөкмәткеһе сюжетты тиҙ үҙләштерергә һәм төп мәлдәрҙе ҡалдырмаҫҡа ярҙам итә.

Геройҙар һәм уларҙың батырлыҡтары тураһындағы хикәйәләр Урал батырҙың һәм башҡа персонаждарҙың изгелек, тормош һәм ҡиммәттәр өсөн көрәшеүен күрһәтә. Көслө батырҙар һәм мифик йән эйәләре йәшәгән эпик донъяға, шулай уҡ боронғо легендаларҙың рухын тойорға мөмкинлек бирә. Был мөйөш күргәҙмә генә түгел, ә ысын ваҡыт порталы.

https://vk.ru/public206548118

Балалар «Урал батыр» эпосы менән яҡындан танышасаҡ
Балалар «Урал батыр» эпосы менән яҡындан танышасаҡ
Автор:
Читайте нас