Дим буйҙары
+22 °С
Облачно
Общие статьи
19 Августа , 08:39

Өфөлә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме кире ҡағылды:

БПЛА йортҡа төшкән, бер кеше яраланған

Өфөлә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме кире ҡағылды:Өфөлә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме кире ҡағылды:
Өфөлә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме кире ҡағылды:

Бөгөн һауа һөжүменә ҡаршы оборона көстәре баш ҡаланың сәнәғәт предприятиеларына һөжүмде кире ҡаҡты. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

Оператив штаб мәғлүмәттәре буйынса, ҡалаға алты БПЛА осоролған. Уларҙың дүртәүһе һауа һөжүменә ҡаршы оборона саралары ярҙамында атып төшөрөлгән.

Бер дрон сәнәғәт зонаһы биләмәһенә төшкән. Әле урында сыҡҡан янғынды һүндереү эштәре алып барыла.

Тағы бер БПЛА Затон биҫтәһендәге торлаҡ йортҡа эләккән. Бинаның өҫкө ҡаттарындағы тәҙрәләр селпәрәмә килгән. Пилотһыҙ осоу аппараты ҡалдыҡтары һәм быяла ярсыҡтары эргәлә торған автомобилдәргә зыян килтергән.

«Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бер кеше яраланған. Әлеге ваҡытта уға дауаханала тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Башинформ
Өфөлә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме кире ҡағылды:
Өфөлә пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүме кире ҡағылды:
Автор:
Читайте нас