Дим буйҙары
+20 °С
Дождь
Общие статьи
20 Августа , 15:36

Ҡышҡа - ашҡабаҡтан икра

Икра өсөн кәрәк:

Ҡышҡа - ашҡабаҡтан икраҠышҡа - ашҡабаҡтан икра
Ҡышҡа - ашҡабаҡтан икра

 - ашҡабаҡ – 3 кг
-  һуған – 800 г
-  кишер – 800 г
- томат соусы – 270 г (3,5 аш ҡалағы)
-  тоҙ – 1 аш ҡалағы
-  шәкәр – 2 аш ҡалағы
-  борос – 1 балғалаҡ
 - тәмләткестәр теләк буйынса (паприка, карри – 1 аш ҡалағы)
-  көнбағыш майы – 250 г
 - аш һеркәһе 9% – 2 аш ҡалағы

Әҙерләү:
1. Ашҡабаҡты, һуғанды, кишерҙе турайбыҙ. Айырым һауытҡа көнбағыш майы ҡойоп, башта һуғанды, аҙаҡ кишерҙе ҡыҙҙырып алабыҙ. Ашҡабаҡты ҙурыраҡ һауытҡа һалып, кишер менән һуғанды өҫтәйбеҙ. Көнбағыш майы ҡоябыҙ. Ҡайнап сыҡҡансы уртаса, аҙаҡ талғын утта яҡынса 1 сәғәт быҡтырабыҙ (бөтә йәшелсәләр ҙә иҙелеп бешергә тейеш). Ваҡыт-ваҡыты менән яҡшылап болғатып торабыҙ.
2. Томат пастаһы һалып, тағы ла 20 минут ҡайнатабыҙ. Лайфхак: томат пастаһы һалғас, төбөнә тиклем болғатмаҫҡа, юғиһә паста йәбешеп көйә. 10 минут үткәс кенә яҡшылап болғатабыҙ.
3. Тәмләткестәр өҫтәйбеҙ (тоҙ, борос, шәкәр, паприка). Бер нисә минут ҡайнағас, утты һүндерәбеҙ. Артабан блендер менән пюре булғансы туғыйбыҙ (4-5 минут). Блендерға бер аҙ ял биреп торорға ла онотмағыҙ.
4. Икраны йәнә утҡа ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, аш һеркәһе һалып, талғын утта 5-7 минут ҡайнатабыҙ. Иҫкәрмә: ҡапҡасын ябыҡ тоторға! Икра сәсрәп ҡайнай торған.
5. Ул арала банкаларҙы стерилләштереп, икра эҫе килеш ҡойоп сығабыҙ. Баштүбән ҡуйып һыуытабыҙ, һуңынан баҙға йә һыуытҡысҡа оҙатабыҙ. Аштарығыҙ тәмле булһын!

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Ҡышҡа - ашҡабаҡтан икра
Ҡышҡа - ашҡабаҡтан икра
Автор:
Читайте нас