Дим буйҙары
+23 °С
Облачно
Общие статьи
21 Августа , 06:12

Ағинәйҙәр яугирҙәргә ярҙам итә

Айыт ауылының М.Аҡмулла исемендәге мәсетенә йөрөүсе ҡатын-ҡыҙҙар МХО-лағыларға йәнә посылкалар әҙерләп ебәрҙе

Ағинәйҙәр яугирҙәргә ярҙам итәАғинәйҙәр яугирҙәргә ярҙам итә
Ағинәйҙәр яугирҙәргә ярҙам итә

Районыбыҙҙа махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеү буйынса ҙур эштәр алып барыла. Был изге эштән Айыт ауыл халҡы ла ситтә ҡалмай. М.Аҡмулла исемендәге мәсеттә өлкән йәштәге инәйҙәр даими рәүештә махсус хәрби операциялағы һалдаттар өсөн посылкалар әҙерләп ебәрә. Алғы һыҙыҡта йөрөгән ир-егеттәребеҙ өй йылыһын тойһон өсөн улар туҡмас әҙерләгән, шифалы үләндәрҙән сәйҙәр тултырған, шулай уҡ тәмле ризыҡтар ҙа бешергән. Мәҫәлән, хаҡыл ялдағы Зиләрә Иҙрисова бауырһаҡ бешергән, ә Зөлфирә Сәбәхова ике банка бал алып килгән. Киң күңелле ҡатын-ҡыҙҙар көҙгө муллыҡтан өлөш тә сығарған: ҡыҙыл сөгөлдөр, кәбеҫтә, кишер, һуған, бәрәңге һ.б. Был әйберҙәрҙең барыһы ла алғы һыҙыҡҡа ебәреү өсөн район үҙәгендәге "Надежный тыл" штабына тапшырылған. 

Бөйөк Ватан һуғышындағы кеүек, әле лә изге күңелле инәй-апайҙар яугирҙәребеҙҙе хәстәрләй, Еңеүҙе яҡынайтыуға көс һала. Тыл һәм фронт бергә булғанда ғына еңеүгә өмөтөбөҙ ҙур һәм еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!

 

 

Ағинәйҙәр яугирҙәргә ярҙам итә
Ағинәйҙәр яугирҙәргә ярҙам итә
Автор:
Читайте нас