Дим буйҙары
+13 °С
Ясно
Общие статьи
23 Августа , 15:23

Тормош ул – имтихан

Алтын туй — ул ғаилә тормошоноң иҫ киткес мөһим баҫҡысы. Илле йыл бергә ғүмер итеү, ҡартлыҡ көндәрендә лә бер-береңә терәк булып, донъяны матур итеп көтөү — оло ихтирамға лайыҡ батырлыҡ. Был ваҡыт эсендә был пар үҙенең тормош китабын яҙған: унда шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа, ауырлыҡтар ҙа, әммә иң мөһиме — уларҙың барыһын да бергәләп еңеп сығыу.      Ғаилә башлығы Мәжит ағай Миһранов ете балалы ғаиләлә буй еткерә. Атаһы, Кәрим Шәрәфулла улы һуғыш яраларынан мандый алмай иртә вафат булғас, бик йәшләй эшләй башлай. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Дипломлы йәш белгес тыуған яғына эшкә ҡайта һәм гел яуаплы вазифаларҙа эшләй: “Дим” совхозында автогараж мөдире, шулай уҡ управляющий, егерме йылдан ашыу “Дим” ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы була. Тормош юлдашы Рәфиә Ҡадир ҡыҙы ла Аҙнай ауылында тыуған. Ауылдың абруйлы уҡытыусылары Хәлимә һәм Ҡадир Кирәевтар ғаиләһендә буй еткергән ҡыҙ ата-әсәһе һәм апайҙары үрнәгендә, уҡытыусы һөнәрен һайлай - Бөрө дәүләт педагогия институтында юғары белем ала.   Йәштәр электән үк бер-береһен белеп-күреп үҫә. Рәфиә Ҡадир ҡыҙы 8-се класта уҡығанда Мәжит Кәрим улына иғтибар иткәнен хәтерләй. Йор һүҙле, талантлы гармунсы егет менән һылыу ҡыҙ йыш ҡына бергә ауыл клубында спектаклдәр ҡуйыуҙа ҡатнаша. Ике йәш йөрәктең дуҫлығы һигеҙ йыл дауам итә һәм улар уны никах менән нығытырға ҡарар итә. Рәфиә һәм Ғәбделмәжит Миһрановтар 1976 йылдың 21 авгусында ғаилә ҡора. Үҙҙәре әйтеүенсә, уларҙың туйы башҡорт халҡының бөтә йолаларына ярашлы үтә. Рәфиә апай ҙур, татыу ғаиләгә килен булып төшә. Йәштәр бер аҙ төп йортта йәшәгәндән һуң, матур йорт һалып сығалар  Ағас - емеше менән, кеше – хеҙмәте менән матур тигәндәй,  уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе  Рәфиә Ҡадир ҡыҙы һайлаған һөнәренә тоғро ҡала, ул оҙаҡ йылдар тыуған ауылы мәктәбендә биология һәм химия фәнен алып бара. Ул эшләгән йылдарҙа мәктәп яны тәжрибә участкаһында ниндәй генә йәшелсә-емеш үҫтерелмәй. Уҡыусылар үҫтергән йәшелсәләр менән хатта Мәскәүҙәге Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә лә ҡатнашалар. Шул замандағы «йола» буйынса, йәш педагог уҡытыуҙан тыш  йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе Рәфиә Ҡадир ҡыҙының тырыш хеҙмәте күп һанлы Маҡтау грамоталары һәм «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы»  билдәһе менән баһалана. Хаҡлы ялдағы мәғариф ветераны Рәфиә Миһранова әле лә эшләй башлаған йылдарын һағынып иҫкә ала: - Бик матур йылдар булды, һәйбәт коллектив, унан да бигерәк Рәлиә һәм Лилиә һеңлеләрем менән бергә эшләнек. Хеҙмәттәштәрем менән дәрестәрҙән тыш бергәләп төрлө саралар үткәрә инек, ҡулдан килгәнсә тырыштыҡ, - ти ул. Иңгә-иң ҡуйып йәшәүсе Миһрановтар икеһе лә эштәрендә хөрмәт ҡаҙанып, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған. Ғәбделмәжит Кәрим улының дөйөм хеҙмәт стажы - 44 йыл. Ул фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн СССР Юғары Советының һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Маҡтау грамоталары, Башҡортостан Республикаһының беренсе президенты М.Ғ. Рәхимов һәм Р. З. Хәмитов исеменән Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. 50 йыл бергә ғүмер итеүсе Мәжит һәм Рәфиә Миһрановалар өс балаға ғүмер биреп, итәғәтле, эшһөйәр итеп үҫтергәндәр.  Улдары Айҙар һәм Илшат, ҡыҙҙары Гөлшат юғары белем алып, ғаилә ҡороп бөгөн үҙаллы донъя көтәләр. Йәй көндәре уларҙың йорт алды айырыуса йәмле, йәнле һәм күңелле. Ауылдаштарының хөрмәтен һәм ихтирамын яулаған Миһрановтар бөгөн дә эшһеҙ тормай, хәрәкәттә – бәрәкәт, тип йәшәйҙәр. Күркәм баҡсалары мул уңышы менән һөйөндөрә. Элеккесә күпләп мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт алып үҫтерәләр, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр, шулай уҡ аттар тотоу ҙа күп көс талап итә. Бөгөн дә был күркәм ғаилә пары ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Мәжит Кәрим улы төрлө мәҙәни сараларҙы үҙенең моңло тауышы менән биҙәй. Бер нисә тапҡыр ул йыр конкурс-фестивалдәрҙә еңеүсе булды. Алтын парҙың төп байлығы – улдары Айҙар, Илшат һәм ҡыҙҙары Гөлшат. Мәжит ағай  ағай менән Рәфиә апай бөгөнгө көндә балалары өсөн ҡәҙерле ата-әсәй, ете ейән-ейәнсәргә хөрмәтле нәнәй һәм ҡартатай. Артабан да сәләмәтлектә, тыныс тормошта, балаларығыҙҙың һәм ейәндәрегеҙҙең ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, оҙон-оҙаҡ йылдар бергә ғүмер итергә насип булһын. Иртәгәһе көн дә бөгөнгө кеүек үк йылы, яҡты һәм имен булһын. Ләйлә ҒҮМӘРОВА, Фотолар шәхси архивтан. Аҙнай ауылында йәшәүсе Рәфиә һәм Мәжит  Миһрановтар алтын юбилейҙарын – бергә ғүмер итеүҙәренең 50 йыллығын билдәләп үттеләр

Тормош ул – имтиханТормош ул – имтихан
Тормош ул – имтихан

Алтын туй — ул ғаилә тормошоноң иҫ киткес мөһим баҫҡысы. Илле йыл бергә ғүмер итеү, ҡартлыҡ көндәрендә лә бер-береңә терәк булып, донъяны матур итеп көтөү — оло ихтирамға лайыҡ батырлыҡ. Был ваҡыт эсендә был пар үҙенең тормош китабын яҙған: унда шатлыҡ-ҡыуаныстар ҙа, ауырлыҡтар ҙа, әммә иң мөһиме — уларҙың барыһын да бергәләп еңеп сығыу.


     Ғаилә башлығы Мәжит ағай Миһранов ете балалы ғаиләлә буй еткерә. Атаһы, Кәрим Шәрәфулла улы һуғыш яраларынан мандый алмай иртә вафат булғас, бик йәшләй эшләй башлай. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Аксен ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Дипломлы йәш белгес тыуған яғына эшкә ҡайта һәм гел яуаплы вазифаларҙа эшләй: “Дим” совхозында автогараж мөдире, шулай уҡ управляющий, егерме йылдан ашыу “Дим” ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы була. Тормош юлдашы Рәфиә Ҡадир ҡыҙы ла Аҙнай ауылында тыуған. Ауылдың абруйлы уҡытыусылары Хәлимә һәм Ҡадир Кирәевтар ғаиләһендә буй еткергән ҡыҙ ата-әсәһе һәм апайҙары үрнәгендә, уҡытыусы һөнәрен һайлай - Бөрө дәүләт педагогия институтында юғары белем ала.  

Йәштәр электән үк бер-береһен белеп-күреп үҫә. Йор һүҙле, талантлы гармунсы егет менән һылыу ҡыҙ йыш ҡына бергә ауыл клубында спектаклдәр ҡуйыуҙа ҡатнаша. Ике йәш йөрәктең дуҫлығы һигеҙ йыл дауам итә һәм улар уны никах менән нығытырға ҡарар итә.

Рәфиә һәм Ғәбделмәжит Миһрановтар 1976 йылдың 21 авгусында ғаилә ҡора. Үҙҙәре әйтеүенсә, уларҙың туйы башҡорт халҡының бөтә йолаларына ярашлы үтә. Рәфиә апай ҙур, татыу ғаиләгә килен булып төшә. Йәштәр бер аҙ төп йортта йәшәгәндән һуң, матур йорт һалып сығалар 

Ағас - емеше менән, кеше – хеҙмәте менән матур тигәндәй,  уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе  Рәфиә Ҡадир ҡыҙы һайлаған һөнәренә тоғро ҡала, ул оҙаҡ йылдар тыуған ауылы мәктәбендә биология һәм химия фәнен алып бара. Ул эшләгән йылдарҙа мәктәп яны тәжрибә участкаһында ниндәй генә йәшелсә-емеш үҫтерелмәй. Уҡыусылар үҫтергән йәшелсәләр менән хатта Мәскәүҙәге Халыҡ ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә лә ҡатнашалар. Шул замандағы «йола» буйынса, йәш педагог уҡытыуҙан тыш  йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Уҡытыусылар династияһын дауам итеүсе Рәфиә Ҡадир ҡыҙының тырыш хеҙмәте күп һанлы Маҡтау грамоталары һәм «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы»  билдәһе менән баһалана. Хаҡлы ялдағы мәғариф ветераны Рәфиә Миһранова әле лә эшләй башлаған йылдарын һағынып иҫкә ала:

- Бик матур йылдар булды, һәйбәт коллектив, унан да бигерәк Рәлиә һәм Лилиә һеңлеләрем менән бергә эшләнек. Хеҙмәттәштәрем менән дәрестәрҙән тыш бергәләп төрлө саралар үткәрә инек, ҡулдан килгәнсә тырыштыҡ, - ти ул.

Иңгә-иң ҡуйып йәшәүсе Миһрановтар икеһе лә эштәрендә хөрмәт ҡаҙанып, бик күп Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм Рәхмәт хаттарына лайыҡ булған. Ғәбделмәжит Кәрим улының дөйөм хеҙмәт стажы - 44 йыл. Ул фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн СССР Юғары Советының һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Маҡтау грамоталары, Башҡортостан Республикаһының беренсе президенты М.Ғ. Рәхимов һәм Р. З. Хәмитов исеменән Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.

50 йыл бергә ғүмер итеүсе Миһрановтар өс балаға ғүмер биреп, итәғәтле, эшһөйәр итеп үҫтергәндәр.  Улдары Айҙар һәм Илшат, ҡыҙҙары Гөлшат юғары белем алып, ғаилә ҡороп бөгөн үҙаллы донъя көтәләр. Йәй көндәре уларҙың йорт алды айырыуса йәмле, йәнле һәм күңелле. Ауылдаштарының хөрмәтен һәм ихтирамын яулаған ғаилә пары бөгөн дә эшһеҙ тормай, хәрәкәттә – бәрәкәт, тип йәшәй. Күркәм йорттары гөл-сәскәләргә күмелеп ултыра, баҡсалары мул уңышы менән һөйөндөрә. Элеккесә күпләп мал-тыуар аҫрайҙар, ҡош-ҡорт алып үҫтерәләр, умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр, шулай уҡ аттар тотоу ҙа күп көс талап итә. Бөгөн дә был күркәм ғаилә пары ауылдың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Мәжит Кәрим улы төрлө мәҙәни сараларҙы үҙенең моңло тауышы менән биҙәй. Бер нисә тапҡыр ул йыр конкурс-фестивалдәрҙә еңеүсе булды.

Алтын парҙың төп байлығы – улдары Айҙар, Илшат һәм ҡыҙҙары Гөлшат. Мәжит ағай  ағай менән Рәфиә апай бөгөнгө көндә балалары өсөн ҡәҙерле ата-әсәй, ете ейән-ейәнсәргә хөрмәтле нәнәй һәм ҡартатай. Артабан да сәләмәтлектә, тыныс тормошта, балаларығыҙҙың һәм ейәндәрегеҙҙең ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, оҙон-оҙаҡ йылдар бергә ғүмер итергә насип булһын. Иртәгәһе көн дә бөгөнгө кеүек үк йылы, яҡты һәм имен булһын.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА,

Фотолар шәхси архивтан.

Тормош ул – имтихан
Тормош ул – имтихан
Тормош ул – имтихан
Тормош ул – имтихан
Автор:Гумерова Л
Читайте нас