Дим буйҙары
+17 °С
Ясно
Общие статьи
24 Августа , 11:45

Төнгө диспансерлаштырыу бик уңайлы

Акцияның төп бурысы – табипҡа барыу өсөн ваҡыт таба алмаған, эшләгән кешеләргә яңы мөмкинлек тыуҙырыу.

Төнгө диспансерлаштырыу бик уңайлыТөнгө диспансерлаштырыу бик уңайлы
Төнгө диспансерлаштырыу бик уңайлы

Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһы поликлиникаларында “Төнгө диспансерлаштырыу” дауам итә.  Сара “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы үткәрелә.

Акцияның төп бурысы –  табипҡа барыу өсөн ваҡыт таба алмаған, эшләгән кешеләргә яңы мөмкинлек тыуҙырыу. Мотлаҡ медицина страховкаһы буйынса үткәрелеүсе диспансерлаштырыу программаһына ҡан һәм бәүелдең дөйөм анализы, холестерин һәм глюкоза кимәлен билдәләү, артериаль һәм эске күҙ баҫымын асыҡлау, ЭКГ, флюорография, С вируслы гепатитына скрининг инә. Терапевт пациентты медицина тикшереүенән һуң өҫтәмә тикшереүгә ебәрә ала.

– Төнгө диспансерлаштырыу ҙур һорау менән файҙалана. Беҙгә тотош ғаиләләр менән дә киләләр, пенсионерҙар ҙа ситтә ҡалмай. Беҙҙә тыныс, бер ҡайҙа ла ашыҡмай бөтә тикшереүҙәрҙе үтергә мөмкин. Акция үҙенең һөҙөмтәлелеген һәм кәрәклеген раҫланы, – тине Октябрьскийҙың 1-се ҡала дауаханаһының 1-се поликлиникаһы мөдире Оксана Сарычева.  

"Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты (нацпроект “Продолжительная и активная жизнь”) “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

 

Фото: “Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы” сайтынан.

Төнгө диспансерлаштырыу бик уңайлы
Төнгө диспансерлаштырыу бик уңайлы
Автор:
Читайте нас