Дим буйҙары
0 °С
Облачно
Общие статьи
25 Августа , 08:03

Уҡытыусылар август кәңәшмәһенә йыйылды

Сара алдынан, традицион рәүештә, педагогтар һәм ҡунаҡтар өсөн фойела күргәҙмәләр ойошторолдо. Бындай экспозициялар — август кәңәшмәләренең айырылғыһыҙ бер өлөшө.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уҡытыусылар август кәңәшмәһенә йыйылдыУҡытыусылар август кәңәшмәһенә йыйылды
Уҡытыусылар август кәңәшмәһенә йыйылды

Уҡытыусылар ошондай күргәҙмәләр ярҙамында коллегалары менән эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша, яңы идеялар ала һәм үҙҙәренең профессиональ берләшмәләге ролдәрен раҫлай. Районыбыҙҙың мәктәптәре, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары бай күргәҙмә әҙерләгәйне. 

Август кәңәшмәһе алдынан фойела аралашыу-һөйләшеү йылы шарттарҙа бара, был педагогтарға яңы уҡыу йылына стимул алырға һәм көнүҙәк мәсьәләләр буйынса фекер алышырға мөмкинлек бирә.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотолары. 

 

Уҡытыусылар август кәңәшмәһенә йыйылды
Уҡытыусылар август кәңәшмәһенә йыйылды
Уҡытыусылар август кәңәшмәһенә йыйылды
Уҡытыусылар август кәңәшмәһенә йыйылды
Автор:
Читайте нас