

Өфөнөң «Беренсе май» паркында шәмбе, 5 сентябрҙә, «Милли оҫталыҡ» фестивале үткәрелә. Бында һәр кем үҙ ҡулдары менән ниҙер яһап ҡарарға мөмкин. Программала:
— йәнле дәрестәр: башҡорт милли кейеме — селтәрҙәр, түбәтәйҙәр, мәрйендәрҙән төрлө биҙәүестәр яһау, кейеҙ менән эшләү;
— балалар зонаһы: һүрәттәр конкурсы, «Атмосфера» балалар сәнғәт мәктәбенән оҫталыҡ дәресе, милли уйынсыҡтар эшләү һәм халыҡ уйын ҡоралдарында уйнауҙа тәүге аҙымдар;
— ата-бабалар уйындары: һәр кем боронғо ярыштарҙа үҙ көсөн һынап ҡарай ала;
— таланттар йәрминкәһе: һөнәрселәрҙең иң яҡшы эштәре, фермер продукттары, бал һәм сәй;
— концерт: ижади коллективтарҙың сығыштары.
Сәғәт 12-лә башлана, инеү бушлай. Парк Черниковкала «Моторҙар төҙөүселәр» мәҙәниәт һарайы янында урынлашҡан.
башинформ