Дим буйҙары
+13 °С
Ясно
Общие статьи
31 Августа , 14:27

Халыҡ ышанысын аҡлайҙар

Күп функциялы үҙәктең  (МФЦ) Бишбүләк ауылы бүлексәһе хеҙмeткәрҙәре халыҡҡа дәүләт хеҙмәттәрен рәсмиләштереү нескәлектәрен асыҡларға ярҙам итә, уларҙы мөмкин ҡәҙәр аңлайышлы, ябай итәсәк

Халыҡ ышанысын аҡлайҙарХалыҡ ышанысын аҡлайҙар
Халыҡ ышанысын аҡлайҙар

Ил күләмендә дәүләт хеҙмәттәре үҙәктәренең киң селтәрен булдырыу 2011 йылда РФ Президенты Указына ҡул ҡуйыуҙан башланды. Ул саҡта «Башҡортостан Республикаһының дәүләт hәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеүҙең күп функциялы үҙәге» республика дәүәлт автоном учреждениеһы барлыҡҡа килде. 15 йыл эсендә Башҡортостандың МФЦ селтәре һиҙелерлек киңәйҙе. Ул 77 офистан, 46 территориаль айырым бүлексәнән һәм 366 күсмә хеҙмәт күрһәтеү пунктынан тора. Көн һайын 1200-нән артыҡ универсаль белгес 10 меңгә яҡын ғариза ҡабул итә, e 15 йыл эсендә әлеге үҙәк хеҙмәткәрҙәре 67 миллиондан артыҡ мөрәжәғәтте эшкәрткән инде.

— Һәр ҡабул ителгән ғариза hәм рәсмилeштерелгән хеҙмәт артында беҙҙең хеҙмәткәрҙәрҙең юғары һөнәрманлығы һәм кешеләргә ярҙам итеү теләге тора. Улар шуның менән граждандарҙың ышанысын аҡлай. Шуның өсөн дә район халҡы МФЦ белгестәренә тормоштағы иң мөhим мәсьәләрҙе хәл итеүҙе ышанып тапшыра, — ти МФЦның Бишбүләк бүлеге мөдире вазифаларын башҡарыусы Венера Әхмәтгәрәева, ул әлеге офиста 2016 йылдан бирле эшләй. — Бишбүләк ауылының «Мои Документы» район дәүләт hәм муниципаль хеҙмәттәр үҙәге бына 10 йылдан артыҡ граждандар файҙаһына эшләй. Был ваҡыт эсендә «Мои Документы» ерле филиалы миллионға яҡын мөрәжәғәт ҡабул иткән. Меңләгән ғаилә бында тейешле документтарҙы рәсмиләштергән, тейешле ташламалар hәм ярҙам алған, дәүләт хеҙмәттәренең нескәлектәрен аңлаған. Шуға күрә беҙҙең МФЦ ҡағыҙҙар hәм ғаризалар ҡабул итеү урынына ғына түгел, ә hәр ваҡыт ярҙам итeргә әҙер булған ысын эш майҙансығына әүерелде. Кешегә аңлайышлы формала цифрлы сервистарҙан нисек файҙаланырға икәнен аңлаталар, түләүҙәрҙе рәсмиләштереү тәртибен аңлаталар, яңы ҡағиҙәләрҙе асыҡларға ярҙам итәләр h.б.

Венера Әхмәтгәрәева билдәләп үтеүенсә, күп функциялы үҙәк үҫешеүен дауам итә. Бында яңы цифрлы сервистар индерелә, хеҙмәттәр исемлеге киңәйтелә, хеҙмeт күрһәтеү сифаты камиллаштырыла. Әммә иң мөhиме үҙгәрешһеҙ ҡала — мөрәжәғәт итеүселәргә иғтибар, асыҡ булыу hәм дәүәләт хеҙмәттәрен мөмкин ҡәҙәр ябай heм район халҡының киң ҡатламдарына аңлайышлы итергә ынтылыу.

— Бишбүләк районында күп функциялы үҙәктең филиалы 2015 йылдың 15 декабрендә асылды. Был ауыл халҡы өсөн МФЦның район бүлегенә мөрәжәғәт итеүселәрҙең документтарын сифатлы эшкәртеүҙә мөһим ваҡиға булды, — ти Венера Данис ҡыҙы. — Ҙур булмаған мобиль коллектив менән дә биш йыл эшләү дәүерендә беҙ намыҫлы хеҙмәтебеҙ менән күп кенә күрһәткестәр буйынса айырым уңайһөҙөмтәләргә ирешә алдыҡ. Бишбүләк районы территорияһында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү системаһын камиллаштыру бурыстарын хәл итеүҙә яуаплы булған өсөн район администрацияһының Рәхмәт хаттары быға дәлил булып тора. Беҙҙә БР Хөкүмәтенән дә Рәхмәт хаттары бар. Йыл һайын беҙ «Лучший МФЦ предоставления государственных и муниципиальных услуг с количеством окон пять и менее» республика конкурсында призер булабыҙ. 2020 hәм 2024 йылдарҙа  стелалар менән hәм бер нисә тапҡыр беҙҙе вымпелдар hәм кубоктар менән бүләкләнеләр. Башҡортостандың күп функциялы үҙәктәренең 15 йыллығын байрам итеү уңайынан «Мои Документы» селтәре район хакимиәтенең Маҡтау грамотаһы менән МФЦ бүлексәһе асылғандан бирле намыҫлы эшләүсе Зоя Николаевна Егорова бүләкләнде. Август айында, намыҫлы хеҙмәте hәм ирешкән уңыштары өсөн, мин дә БР Ер hәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министерлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булдым. Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙҙең бар коллектив граждандар hәм район халҡының именлеге өсөн уңышлы эшләргә тырыша. Мөрәжәғәт итеүселәрҙән алынған барлыҡ мөрәжәғәттәрҙе  тиҙ hәм ыңғай хәл итeргә тырышабыҙ.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

 

Халыҡ ышанысын аҡлайҙар
Халыҡ ышанысын аҡлайҙар
Автор:
Читайте нас