Дим буйҙары
+11 °С
Облачно
Общие статьи
31 Августа , 18:14

Бөтә көстө – уңыш йыйыуға

Калинин исемендәге йәмғиәт игенселәре иген  культураларының 60 процентан артығын йыйған

Бөтә көстө – уңыш йыйыуғаБөтә көстө – уңыш йыйыуға
Бөтә көстө – уңыш йыйыуға

Быйылғы уңыштың тулайым йыйымы район күрһәткесенең бер өлөшө, күп йылдар дауамында тотороҡло hәм yҫештә тора, база үҙәге Боголюбовка ауылында урынлашҡан Калинин исемендәге агропредприятиеһына ҡарай. Бында ауыл хужалығы культураларының дөйөм сәсеү майҙаны 15000 гектар тәшкил итә. Шуларҙан иген культуралар быйыл ун мең гектарҙан артыҡ майҙанда сәселгән. Улар барыһы ла өлгөргән, урып-йыйыу эштәрен башҡарырға әҙер. Беҙ ауыл хужалығы идараһының баш белгестәре hәм агропредприятие идарасыһы  Дамир Наумов менән хужалыҡтың Хомутовка янында урынлашҡан баҫыуында булдыҡ, унда 160 гектар майҙанда яҙғы арпа йыйыла ине. Баҫыуҙа эш ҡайнай: ҡеүәтле техника двигателдәре геүләй, комбайндар артында туҙан оса. Арпаны туранан-тура комбайн менән йыйыуҙы бында туҡтауһыҙ һалам ваҡлағыслы туғыҙ ашлыҡ йыйыу комбайны алып бара. Һәм уларҙың күбеһе бөтөнләй яңы, сит илдекеләр. Һәр комбайнға борттары ҙурайтылған, тағылмалы КамАЗ автомобилдәре беркетелгән, улар тиҙ тула торған бункерҙарҙы бушатыу сигналын түҙемлек менән көтөп тора.

— Беҙҙең комбайнсылар водителдәр менән ошондай һауа шарттарында  тотҡарлыҡһыҙ эшләй, — ти Дамир Радикович. —Иген культураларының алтмыш проценттан артығын йыйып алдыҡ инде. Бөгөнгө көндә тулайым йыйым 75 тонна тәшкил итә, ә hәр гектарҙан ртаса уnыш 30 центнерҙан артыҡ. Намыҫлы хеҙмәттәре өсөен комбайнсылар Валерий Новиков, Дамир Абзалов, Алексей Борис, Сергей Грешняков, Геннадий Евдокимов, Василий менән Иван Степановтар, Вячеслав Саватнеев, Азамат Ғәниев hәм Александр Петровны, шулай уҡ шоферҙар  Юрий Любимцев, Никита Петров, Айдар Кәлимуллин hәм Александр Бористы маҡтайһы килә. Урып-йыйыу менән бер рәттән беҙ hәр көндә мал аҙығы ла әҙерләйбеҙ. Сөнки һыйыр малының күбеһе аҙбарҙа тора. Траншеяларға силос өсөн бик яҡшы уңған кукурузды ла йыя башлаясаҡбыҙ. Урып-йыйыуҙың был яуаплы һәм ҡатмарлы осорон беҙ лайыҡлы үтәрбеҙ һәм районға ғына түгел, тулайым республикаға ла яҡшы өлөш индерербеҙ, тип уйлайым. Бының өсөн яҡшы кадрҙар hәм техник потенциал бар.

Владимир СМОЛОВ.

Автор фотоһы.

Бөтә көстө – уңыш йыйыуға
Бөтә көстө – уңыш йыйыуға
Автор:
Читайте нас