Дим буйҙары
+13 °С
Облачно
Общие статьи
1 Сентября , 07:48

Башҡортостандың халыҡ шағирына - 85 йәш

1 сентябрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ҡәҙим Аралбай бөгөн тыуған көнөн билдәләй. Уны ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Башҡортостандың халыҡ шағирына - 85 йәшБашҡортостандың халыҡ шағирына - 85 йәш
Башҡортостандың халыҡ шағирына - 85 йәш

Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев 20 китап, 30-ға яҡын поэма һәм бихисап шиғырҙар, мәҡәләләр авторы. Уның шиғырҙарына күп кенә йырҙар ҙа яҙылған. 

Бишбүләгем

Рим Хәсәнов көйө

Бишбүләгем – моң төйәгем,
Бишегем, ғәзиз ерем,
Һиндә минең тамырҙарым,
Ҡырыңа тамған тирем.

Бишбүләгем – хис төйәгем,
Мөхәббәт ҡайындарым.
Шишмәләрең һыуын эстем,
Һөйөүҙән айныманым.

Бишбүләгем – Дим буйҙары,
Моңло һандуғас иле.
Тальяныңдың көмөш сыңы
Мәңге тынмаһын ине.

Бишбүләгем – берҙән-берем,
Һин тип тибә йөрәгем.
Биш йәшәүҙәй бер ғүмерем
Булһын һиңә бүләгем...

Йондоҙоң

Тәлғәт Шәрипов көйө

Эй баҙлап яна йондоҙҙар
Ете төн уртаһында!..
Күк йөҙө – Йондоҙ диңгеҙе,
Һин – уның утрауында.

Эргәңдә йөҙә йондоҙҙар
Ярға һуғылып ҡына.
Йөрәктән яҡты бер һағыш
Сыға һыҙылып ҡына...

Яна йондоҙҙар,
Һәр кеше
Үҙ йондоҙон тапһын тип;
Тапҡаны тормош күгендә
Бәхет булып атһын тип.

Шул йондоҙҙар араһында
Һинең йондоҙ ҙа барҙыр.
Йондоҙоңдо табалмаһаң,
Хыял утыңды яндыр!

Йондоҙһоҙ ҡыйынға төшөр
Дөрөҫ, хаҡ юлды таныу,
Ысын дуҫтар табыу кеүек –
Үҙ йондоҙоңдо табыу...

Хәбәр итеп алда булыр
Дуҫтарың тураһында,
Эй баҙлап яна йондоҙҙар
Ете төн уртаһында!..

Торналар тубы

Нур Дауытов көйө

Сыңрай-сыңрай осоп бара
Торналар тубы.
Шул аһәң-моңдо оҙатам
Күңелем тулып...
Ергә килә, ерҙән китә
Ғүмер – йыр тубы,
Тереләр ҡала оҙатып,
Күңеле тулып...

Быуат-быуат яң(ғы)рап осор
Йыр туптары бар.
Уларға күңел күге ни? –
Киң йыһан да тар...
Дуҫым!
Инде сыңрап оса
Беҙҙең йыр тубы.
Ул була алырмы икән
Быуыным моңо?
Яңғырармы ерҙә сыңы
Ваҡытты уҙып!..
Сыңрай-сыңрай күкте һыҙа
Торналар тубы...
Иҫкәртеүен, гүйә, яҙа
Йөрәккә уйып, –
Йөрәккә уйып...

Хистәр өсөн...

Зөһрә Фәйзуллина көйө

Хистәр өсөн ғәфү үтенмәйҙәр,
Хистәр менән яуап бирәләр.
Хистәр өсөн аҙаҡ үкенмәйҙәр,
Тоғро ғына башты эйәләр.

Устарыбыҙ тулы көмөш тәңкә,
Үҙе тула, үҙе сыңламай.
Хистәребеҙ тулы килеш йөрәк
Үҙе тулай, үҙе һыҙламай.

Хистәр өсөн ғәфү үтенмә һин,
Яуап ҡына бирсе өндәшмәй.
Һөйә белгән йөрәк эстән яна,
Хистәр өсөн йәрҙәр көнләшмәй.

Һөйөү һине генә ялмаманы,
Ялҡынында мине көйрәтте.
Тормош бер кемде лә аяманы,
Йүгәнләргә хисте өйрәтте,
Хисте йүгәнләргә өйрәтте...

 

Башҡортостандың халыҡ шағирына - 85 йәш
Башҡортостандың халыҡ шағирына - 85 йәш
Автор:
Читайте нас