Дим буйҙары
+10 °С
Облачно
Общие статьи
2 Сентября , 06:40

Автомобиль юлдарындағы соҡорҙар ремонтлана

Әлшәй Юл ремонтлау-төҙөлөш идараһының Бишбүләк участогы юлсылары Ырымбур менән сиктәш – Бишбүләк – Айыт автомобиль юлында ремонт эштәре алып бара

Автомобиль юлдарындағы соҡорҙар ремонтланаАвтомобиль юлдарындағы соҡорҙар ремонтлана
Автомобиль юлдарындағы соҡорҙар ремонтлана

Һуңғы йәйҙәр һалҡынса булһа ла, яуым-төшөмһөҙ булды. Был, мәҫәлән, ҡайнар асфальт менән соҡорҙарҙы ремонтлауҙы үткәреүҙәге кеүек, төҙөкләндереүҙә юл хеҙмәткәрҙәренең эшенә ярҙам итә.

- Ҡайнар асфальт менән соҡорҙарҙы ремонтлауҙың дөйөм оҙонлоғо 25 километр тәшкил итәсәк, - ти юл мастеры Рәмис Рауил улы Шәрәфуллин. – Асфальтты Бәләбәйҙән алып ҡайтабыҙ. Ремонт эштәрендә биш техника эшләй. Катокта үҙ эшенең алыштырғыһыҙ оҫтаһы Сергей Фомин эшләй. Илдар Имамов битум ҡайнатҡыста, МТЗ-82 тәгәрмәсле тракторы менән фрезала Эльвир Фәтхетдинов эшләй, УАЗ вахта автомобилендә Михаил Иванов, КамАЗ автомобилендә ҡайнар асфальтты Бәләбәйҙән Владимир Степанов ташый. Юл эшселәре Нәфис Низамиев, Таһир Сәлихов һәм Азамат Хәкимовтың намыҫлы хеҙмәтен билдәләп үтке килә. Беҙҙең мобиль бригада көнөнә 15-20 тонна асфальт етештерә. Ҡоро көндәрҙән файҙалынап, билдәләнгән ваҡытта әлеге автомобиль юлын төҙөкләндереү-ремонтлау эштәрен тулыһынса башҡарып сығырға тейешбеҙ. Һәм ул машина йөрөтөүселәр өсөн хәүефһеҙ булырға тейеш.

Владимир Смолов,

Автор фотоһы.

Автомобиль юлдарындағы соҡорҙар ремонтлана
Автомобиль юлдарындағы соҡорҙар ремонтлана
Автор:
Читайте нас