

Уҡытыусы булыу һәләте һәр кемгә лә бирелмәйҙер. Сөнки был һөнәрҙе бөтә һөнәрҙәрҙең башланғысы, тип әйтергә лә мөмкиндер. Балаларҙы хәреф танырға, уҡырға-яҙырға өйрәтеүсе, фән тауына үрләтеүсе, һәр яҡлап таланттарын асырға тырышыусы, уны үҫтерергә тырышыусы ул уҡытыусы.
Айыт мәктәбе уҡытыусыһы Гүзәл Арыҫланова бар ғүмерен ошо изге һәнәргә бағышлаған, балаларға аң-белем биреү өсөн күп көс һалған уҡытыусыларҙың береһе. Уның педагогик стажы - 37 йыл. Алсаҡ, мөләйем, кешелекле уҡытыусы балалар һәм атаәсәләр менән уртаҡ телде тиҙ таба.
Башланғыс класс уҡытыусыһы булып уҡыусыларына икенсе әсәй була белгән, кескәйҙәрҙе яратҡан кеше генә эшләй алалыр ул. Гүзәл Миневәзир ҡыҙы тәүҙә Кәрим ауылында 25 йыл малай һәм ҡыҙҙарға башланғыс белем биреү, уларҙы фән тауына үрләтеү өсөн бар тырышлығын һала. Хәҙер ул Айыт урта мәктәбендә ун ике йыл уңышлы эшләп йөрөй. Башланғыс класс уҡытыусыһының быйыл ҡабул итеп алған 1-се класы - уның дүртенсеһе.
Белем көнөндә Айыт, Ҡаныҡай, Бикҡол, Набережный һәм Туҡай ауылдарынан килгән ун ике уҡыусы ҡыйыр-ҡыймаҫ мәктәп тупһанын ашатлап үтте. Тантаналы линейкала 1-се класҡа уҡырға килеүселәргә һүҙ бирелеп, улар Белем байрамын шиғырҙары менән байытты. Тәүге ҡыңғырау сыңлағандан һуң кескәйҙәр Гүзәл Миневәзир ҡыҙы етәкселегендә үҙҙәре уҡыясаҡ класҡа инде. Яңы уҡыу йылы уңыштарға һәм ҡаҙаныштарға бай булһын.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА әҙерләне.