Дим буйҙары
+16 °С
Облачно
Общие статьи
3 Сентября , 02:37

Сентярь айына халыҡ һынамыштары

Сентябрь«һарысай» — алтын миҙгел. Тап сентябрҙә япраҡтар, үлән-ағастар алтынға мансыла. Әбейҙәр сыуағы ла ошо айҙа була. Әйткәндәй, борон әбейҙәр сыуағына ҡарап көҙҙөң нисек булырын билдәләгәндәр.

Сентярь айына халыҡ һынамыштарыСентярь айына халыҡ һынамыштары
Сентярь айына халыҡ һынамыштары

Ғүмер-ғүмергә алдағы һауа торошоноң ниндәй булырын халыҡ тәбиғәт һынамыштары аша юраған. Уларға бер аҙ күҙ һалайыҡ. Тап килерме-юҡмы икәнен бергәләп күҙәтәйек.
🍁Сентябрҙә күк күкрәһә - көҙ йылы, ҡыш ҡарлы булыр.
🍁Сентябрь йылы һәм ҡоро булған һайын, ҡыш һуңғараҡ килә.
🍁Япраҡтар ҡойолорға ашыҡмаһа – алда зәһәр ҡыш көтөлә.
🍁Әгәр көҙөн ҡайын япраҡтары ағасының осонан һарғая башлаһа – яҙ иртә, ә аҫтан һарғая башлаһа һуң килер.
🍁Сентябрҙә ҡырмыҫҡалар үлән өҫтөнән йүгерешеп йөрөһә - ҡар тәрән булып ятыр. Аҫтан йөрөһә - ҡыш оҙон булыр.
🍁Торналар өҫтән осһа – матур, йылы көҙ оҙаҡ торор.
🍁🍁🍁
Ә хәҙер һәр көнгә ҡарата һынамыштар:

- 4 сентябрҙә көн ҡояшлы булһа – октябрь йылы килер.
- 5 сентябрҙә кисен томан төшһә - көндәр йылы торор.
- 8 сентябрҙә ҡайын һәм имән япраҡтары ҡойолмаһа – ҡыш һыуыҡ булыр.
- 11 сентябрҙә торналар йылы яҡҡа китһә - ҡыш иртә килер.
- 12 сентябрҙә үрмәкестәр үҫемлектәргә уралһа – көндәр йылы торор.
ү 14 сентябрҙә ҡояш ҡыҙарып байыһа – көндәр һыуытыр.
- 16 сентябрҙә иртән томан төшһә - ҡоро, аяҙ көндәргә ишара.
- 19 сентябрҙә иртән ағастарҙа бәҫ күренһә - ҡыш ҡарлы булыр.
- 20 сентябрҙә шыршы тубырсыҡтары күп булһа – киләһе йылда иген культураһы, борсаҡ һәм ҡыяр уңыр.
- 24 сентябрҙә ҡырмыҫҡалар ояларын бейек итеп өйһә - ҡыш һыуыҡ булыр.
- 27 сентябрҙә ел көнбайыштан туҡтамай иҫһә - көндәр боҙола.
- 28 сентябрҙә торналар киткәндән һуң, өс аҙнанан һуң һыуыҡтар башланыр.
- 30 сентябрҙә тормалар осһа – рустарҙың Покрау көнө (14 октябрь) һыуыҡ булыр.

Сентярь айына халыҡ һынамыштары
Сентярь айына халыҡ һынамыштары
Автор:
Читайте нас