

Йола буйынса, килеүселәр юбилярға ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп изге теләктәрен әйтеп иҫтәлеккә бүләк тапшырҙы.
Дуҫтарса һөйләшеү барышында ҡунаҡтар Миҙхәт Миңлебай улының бай хеҙмәт юлын иҫкә төшөрҙө. Ғүмер буйы ауыл хужалығында эшләгән ул. Уның тураһында һәр ваҡыт төрлө яҡлы һәм оҫта кеше булараҡ һөйләйҙәр: ул электрик та, балта оҫтаһы ла булған, бер ниндәй эштән дә ҡурҡмай, һәр эште намыҫ менән башҡарған.
Миҙхәт Кинйәбаев өсөн ғаиләһе төп ғорурлыҡ һәм таяныс була. Ҡатыны Зөлхиҙә Арыҫлан ҡыҙы менән бергә улар биш бала — дүрт ул һәм бер ҡыҙ үҫтергән. Бөгөн улдары һәм ҡыҙ үҙ тормтоштары менән йәшәйҙәр, әммә ата-әсә йорто бер ҡасан да буш тормай: улар йыш ҡына яҡындары янына ҡайтып, уларға бөтә эштәрҙә ярҙам итә.
Осрашыу аҙағында рәсми делегация юбиляр менән тағы бер тапҡыр ихлас хушлашты, уға бөтә яҡташтарынан изге теләктәр еткерҙе. Ҡотлауҙарға ихлас ҡушылабыҙ! Миҙхәт Миңлебай Улына рух күтәренкелеген, именлекте һәм һөйөүсе ғаилә мөхитендә оҙаҡ йылдар йәшәүен теләйбеҙ.
https://vk.ru/podsl_bizh