

Үҙәк урамдағы Мусиндарҙың ишек алдына кереү менән, үҙеңде гүзәллек иленә эләккәндәй хис итәһең! Ниндәй генә сәскә юҡ бында: уларҙың сағыу төҫтәренән күҙ сағыла, был илаһи матурлыҡтан күпме ләззәт алаһың! Өй янынан алып бәрәңге баҡсаһына тиклем үҙенсәлекле дизайн менән ултыртылған ерҙе сәскәләр биҙәй. Баҡсала бер сүп үләне лә күрмәҫһең, һәр ерҙә тәртип, бөхтәлек күҙгә ташлана.
Көндәр көҙгә тартыуға ҡарамаҫтан, ишек алды әле булһа шау сәскәлә, цинния, сентябрина, бәрхәт сәскәләре араһында ҡупшылығы менән иғтибарҙы йәлеп иткән розалар ҙа күп. Тупраҡта үҫкән сәскәләр ҙә матур, әммә махсус һауыттарға ултыртылғаны тағы ла зауыҡлыраҡ күренә.
- Аҙнай егете Шәйәхмәткә кейәүгә сығып, ошонда йәшәй башлау менән, сәскәләр үҫтерә башланым. Ҡапҡа төбөндәге ҡыҙыл һәм аҡ роза ҡыуаҡтарын ултыртҡанға ун йыл булды. Хәҙер инде чайные, гибридные кеүек әллә нисәмә төрлө розаларым бар, уларҙы ботаҡтан да үҙем үрсетәм, сәскә атҡас, киҫеп, ҡарап торорға тырышам, юғиһә бик тиҙ матурлыҡтын юялар. Элегерәк мәктәп баҡсаһынан һатып алған ирис, һабын сәскәһе, ләлә, сентябриналар йыл һайын матур сәскәләре менән ҡыуандыра.
Ғәлиә Даминдар ҡыҙы үҙенең йорт яны участогының һәр мөйөшөн сәскәләр менән биҙәгән. Тирә-яҡҡа йәм биргән башҡа сәскәләр ҙә бихисап: портулак, петуния, астра, астильба, флоксы, сальвия, рудбекия, кеүек сәскәләрҙең 50-нән ашыу төрө иҫәпләнә. Күп йыллыҡтары ла хәтһеҙ: астильба, гортензия, гипсофила, дельфиниум, кореопсис, остеоспермум һ.б. Уларҙың исемдәрен дә белеп бөтөрмәле түгел.
Хужабикә әйтеүе буйынса, ул элегерәк “Сад и огород”, “Дача любимая” журналдары алдырған һәм ундағы кәңәштәрҙе файҙаланған, хәҙер иһә интернет селтәренән мәғлүмәт эҙләй, күңеленә оҡшаған сәскә булһа, бер нимәгә ҡарамай, шунда уҡ орлоҡтарын яҙҙырып та ала.
Орлоҡҡа, гөл һауытына, ашламаларға киткән сығымдарға аҡсаһын йәлләмәй.
Һәр сәскә үҙенсә матур, тип иҫәпләй хужабикә. Был матурҡайҙар бер-бер артлы сәскә атып, күңелдәрҙе күтәрә.
- Сәскәләр менән булышыу оҡшай. Эшләгәндә ваҡыт яғы самалы ине, хәҙер пенсияла булғас – көнө буйы баҡсаламын. Эшемдең һөҙөмтәһен, күҙ яуын алып ултырған сәскәләрҙе күрһәм, икеләтә шатлыҡ кисерәм, – ти матурлыҡҡа ғашиҡ ханым.
Көндәр һалҡынайыу менән баҡса сәскәләренең бер өлөшө өй гөлдәренең һанын арттырып, йылы өйгә “күсенә” һәм унда яҙға тиклем үҙенең хужабикәһен, ғаилә ағзаларын ҡыуандыра.
Күрше-тирә, таныштары һәүәҫкәр баҡса үҫтереүсенән үҫентеләр йәки башҡа сәскәләрҙең орлоҡтарын һорап киләләр. Ғәлиә ханым уларҙың үтенесен бар ваҡытта ла кире ҡаҡмай.
Мусиндар ғаиләһе баҡсала сәскәләрҙән тыш, төрлө емеш-еләк ағастарын да үҫтерә. Баҡсаларында уҙған йыл ғына ултыртылған ремонтант сортлы ҡурай еләктәре ҡыҙарып бешә, шунда уҡ өлгөргән ҡауын һәм ҡарбуздар тәгәрәп ята. Был татлы емеш-еләк менән ул туған-тыумасаһын, йыш ҡына үҙе менән бергә маскировка селтәрҙәре үреүсе ауыл ҡатындарын да һыйлай.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА,
Автор фотоһы.