Дим буйҙары
+20 °С
Облачно
Общие статьи
5 Сентября , 03:21

Шәхси хужалыҡ – өлгөрҙәр эше

Ҡаныҡай ауылында йәшәүсе Алһыу һәм Альберт Муллағоловтар йыл һайын күпләп ҡош-ҡорт алып үҫтерә

Шәхси хужалыҡ – өлгөрҙәр эшеШәхси хужалыҡ – өлгөрҙәр эше
Шәхси хужалыҡ – өлгөрҙәр эше

Районыбыҙ ауылдарында ергә, мал-тыуарға, тәбиғәткә булған һөйөү быуындан-быуынға тапшырыла килә. Бигерәк тә йәй көндәрендә ихаталарҙың гөрләп тороуы — ауыл тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшө. Күптәр өсөн ҡош-ҡорт үрсетеү ябай кәсеп кенә түгел, ә тотош ғаиләне берләштергән, уның киләсәген хәстәрләгән мөһим шөғөлгә әйләнгән.

Ҡаныҡай ауылында йәшәүсе Муллағоловтар күпләп мал-тыуар аҫрай, йыл һайын бер нисә партия ҡош-ҡорт алып үҫтерә. Зәһүрә һәм Вәкил Муллағоловтарҙың дүртенсе улдары Альберт Дүсән ауылы ҡыҙы Алһыу менән өйләнешкәс, төпсөк малай булараҡ, йола буйынса, төп йортта ҡалған. Улар ата-әсәләре менән бергә йәшәгәндә үк, ныҡлы хужалыҡ тота: биш-алты баш һыйыр малы аҫрайҙар, күпләп себеш-бәпкә алып үҫтерәләр. Йорттары ла ауыл ситендә урынлашҡан, бындағы иркенлек ҡош-ҡорт, мал аҫрау өсөн отошло.

Белеүебеҙсә, ауыл ерендә йәшәүсе тырыш ғаиләләрҙең эше таң һарыһынан башлана. Иртәнге сәйгә ултырғансы, Алһыу менән Альберт Муллағоловтар ҙа төпкө ихатаға юлланалар: һыйырҙарҙы һауып, башҡалар менән бергә көтөү ҡыуалар. Ул арала тауыҡ-өйрәктәр ем һорай, ҡаҙҙар йылға буйына барыу юлын самалай. Хужабикә ҡош-ҡортҡа эсереү өсөн таҙа һыу ҡуя. Был мәлдә инде хужа кеше лә тик тормай — ул аҙбарҙы рәткә килтерә.

-Элек һыйырҙарҙы ҡул менән һауһам, дүрт йыл элек “Лидер” һыйыр һауыу аппараты алдыҡ, ул эште күпкә еңеләйтә. Ауылда һөт йыймайҙар, шуға күрә көн дә һөт айыртам, обраты инде быҙауҙарға һәм ҡош-ҡортҡа китеп тора, - тип һөйләй Алһыу Рифҡәт ҡыҙы.

Ғаилә өс һауын һыйырының һөтөнән ҡаймаҡ айырта, май яҙа. Күрше-тирәләге ауылдаштарын һәм таныш-белештәрен дә һөт ризыҡтары  тәьмин итәләр. Саф, тәбиғи продукцияны һатып алырға теләүселәр һәр ваҡыт бар. Быларҙың барыһы ла ғаиләне туйындыра, бюджетын тулыландыра. Мәшәҡәттәре күп булыуға ҡарамаҫтан, һәр ҡайһыһына өлгөрөргә, етешергә тырышалар.

–Ауыл ерендә йәшәп тә мал аҫырамаусылар көндән-көн күбәйә. Беҙ ата-әсәйҙәребеҙ үрнәгендә мал аҫрап, әүәлгесә тырышабыҙ. Ауыл тормошондағы тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эштәрҙә бер-беребеҙгә ярҙамлашып йәшәйбеҙ, – ти хужабикә.

Ишек алдынының бер өлөшө сетка менән уратып алынған, унда инде һимертелгән өйрәктәр йөрөй, икенсе ерҙә - ҡаҙҙар ҡаңғылдаша. Башҡа ҡош-ҡорттан айырмалы, ҡаҙҙар үлән ярата, әле лә ҡапҡанан сығыу менән улар ашығып үлән ашарға тотондо.

Ғаилә башлығы Альберт Муллағолов – балта оҫтаһы.  Хужа кеше йыш  ҡына ҡырҙа эшләй, бар донъяуи мәшәҡәттәр ҡатыны иңендә. Әлбиттә, был еңел түгел, әммә тырыш ҡатын барыһына ла өлгөрөгә тырыша.

- Күптәр себеш-бәпкәләрҙең үҫкәнерәген алырға тырышһа, беҙ ҡош-ҡортто бәләкәйҙән ҡарап үҫтерәбеҙ. Йәйгеһен 100 бройлер себеше, 120 өйрәк бәпкәһе алдыҡ. Беҙҙең ишек алдында электән үк ҡаҙҙар булды. Бер йыл 50 –не, киләһе йылда 80-де алдыҡ, уларҙы үҫтергәндә атайыбыҙ Вәкил Закир улының да ярҙамы ҙур булды. Быйыл яҙ башы менән Пономаревканан 150 бәпкә алып ҡайттыҡ, улары бер аҙ үҫеүгә, тағы 150-не алдыҡ, уларҙың икеһе генә мандыманы, ҡалғандары үҫеп килә. Ҡаҙҙарҙы айырым тотабыҙ, сөнки бергә булғанда талашалар. Көн дә һыу буйына алып барабыҙ, иртәнге яҡта Тором күле буйында үҙем көтәм, төштән һуң был эш 7-cе класта уҡыусы ҡыҙым Ильвинаға йөкмәтелә.

Күпләп ҡош-ҡорт аҫрау — еңелдән түгел. Ул даими иғтибар, ваҡыт һәм сығымдар талап итә. Ғаилә башлығы беҙ барғанда, пай еренә алған игенде бушата ине. Ни тиһәң дә, ишле ҡош-ҡортҡа ашатыу өсөн арыу запас кәрәк.

- Әле ҡаҙҙарҙы кискелеккә япҡанда, алдарына һоло һалабыҙ. Ә һуйыр алдынан, ныҡлап ашатабыҙ, ғәҙәттә бойҙай бирәбеҙ. Үҫтергән ҡош-ҡортто эшкәртергә лә кәрәк, был эште бер үҙең башҡарып сығыу мөмкин түгел, шуға күрә туғандарҙы, күрше-тирәне ярҙамға саҡырабыҙ. Тиҙҙән өмәләр үткәрә башлайбыҙ, ҡаҙҙарҙы һатыу проблема түгел, - ти хужабикә.

Муллағоловтар бер нисә йыл элек төкәтмә өҫтәп, өйҙәрен тағы ла ҙурайтҡандар, ҡаралты-ҡураларын да гел төҙөкләндереп торалар. Һыйыр малдарына тип әҙерләнгән ҡышлыҡ бесән аҙбар янына ҡайтарып өйөлгән. Алға ҡарап йәшәүсе Муллағоловтарҙың көс-дәрттәре ташып тора, бар уңыштары, тормошҡа ашыр хыялдары  ла алда әле уларҙың.

“Тырышһаң, эш юҡ тип ҡул ҡаушырып тик тормаһаң, мул тормошта йәшәргә була”, тиҙәр Алһыу менән Альберт Муллағоловтар. Был хаҡ һүҙҙәр. Тыуған ерендә йәшәү ҡото тапҡан тырыштарҙың хәләл тире менән тапҡан бәхете ырыҫлы булһын. Улар кеүек тырыш, тәүәккәл, булдыҡлы ғаиләләр күберәк булғанда, атай нигеҙҙәре ҡоромаҫ, ауылдарҙың да киләсәге өмөтлө булыр.

Ләйлә ҒҮМӘРОВА.

Шәхси хужалыҡ – өлгөрҙәр эше
Шәхси хужалыҡ – өлгөрҙәр эше
Шәхси хужалыҡ – өлгөрҙәр эше
Шәхси хужалыҡ – өлгөрҙәр эше
Автор:Гумерова Л
Читайте нас