

Махсус хәрби опрацияла хеҙмәт итеүсе һалдаттарыбыҙ араһында ысын геройҙар күп. Улар иҫ киткес батырлыҡ һәм юғары профессионализм күрһәтеп, бик күп хеҙмәттәштәребеҙгә өлгө күрһәтә һәм районыбыҙҙың ғорурлығы булып тора. Улар араһында БПЛА операторы, "Африка" позывнойлы яҡташыбыҙ ҙа бар. ДНР геройы, күп миҙалдар, шул иҫәптән Батырлыҡ ордены һәм Шайморатов миҙалы менән бүләкләнгән. Хәҙер ул отпускыла. Осрашыу барышында ул үҙенең хеҙмәте, яугирҙарыбыҙҙың ҡуйылған хәрби бурыстарҙы нисек хәл үтәүе һәм эҙмә-эҙлекле алға барыуы тураһында һөйләне. Эйе, дошман ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә, әммә "Африка" еңеүҙең ҡотолғоһоҙ булыуына шикләнмәй һәм беҙ уны мотлаҡ яулап аласаҡбыҙ!
Батыр яҡташыбыҙ менән осрашыуға бик шатмын. Киләһе осрашыуыбыҙ тиҙҙән өйҙә булыр һәм ул еңеүебеҙҙән һуң булыр, тип ышанам, тип яҙа социаль селтәрҙә район хәкимиәте башлығы Александр Александрвич Семенов.
https://vk.ru/podsl_bizh