Дим буйҙары
+12 °С
Облачно
Общие статьи
14 Сентября , 02:57

Приют ҡасабаһында скверҙы төҙөкләндерҙеләр

Ғаилә менән килеп, ял һәм спорт менән шөғөлләнерлек урын барлыҡҡа килә

Приют ҡасабаһында скверҙы төҙөкләндерҙеләрПриют ҡасабаһында скверҙы төҙөкләндерҙеләр
Приют ҡасабаһында скверҙы төҙөкләндерҙеләр

Башҡортостанда “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының (национальный проект "Инфраструктура для жизни") "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" федераль проектын тормошҡа ашырыу төрлө йәмәғәт урындарын төҙөкләндерергә ярҙам итә. Быйыл республикабыҙҙа 152 биләмә рәткә килтерелә, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.

Бәләбәй районының Приют ҡасабаһы халҡы юбилей йылына бүләккә – ғаилә менән килеп ял һәм спорт менән шөғөлләнерлек урынға эйә булған. Бында “Йәштәр” скверын төҙөкләндереүҙең икенсе өлөшө тамамланған. Был урын 2025 йылғы тауыш биреүҙә еңгән.

Беренсе этапта майҙанға асфальт түшәлгән, юлдар рәткә килтерелгән, эскәмйәләр ҡуйылған һәм күп функциялы спорт майҙансығы төҙөлгән. Икенсе этапта майҙансыҡтарға асфальт һалғандар, тротуар һәм юл бордюрҙарын эшләгәндәр, резина япма һалғандар, памп-трек, мини-рампа, өҫтәл теннисы уйнарға ҡуйғандар, газон ултыртҡандар.

Хәҙер скверҙа видеокүҙәтеү камералары ҡуйыла. Эштәр тиҙҙән тулыһынса тамамланып, сквер ял итеү һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн заманса майҙанға әйләнер, тип көтөлә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: РФ Президенты В.В. Путин ҡарарына ярашлы, былтырҙан алып яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Фото: belizvest.ru/news/...

Беҙҙең гәзиттең МАХ-тағы каналына ҡушылығыҙ, дуҫтар: https://max.ru/gazetabashkortostan

Приют ҡасабаһында скверҙы төҙөкләндерҙеләр
Приют ҡасабаһында скверҙы төҙөкләндерҙеләр
Автор:Гумерова Л
Читайте нас