Дим буйҙары
+17 °С
Ясно
Общие статьи
17 Сентября , 14:03

"Рәхмәт" акцияһы: быйыл ташламалар күп була

Быйыл “Рәхмәт” тик ташламаларҙан ғына торасаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, элекке кеүек ҡиммәтле бүләктәр уйнатыу ҡаралмаған.

"Рәхмәт" акцияһы: быйыл ташламалар күп була"Рәхмәт" акцияһы: быйыл ташламалар күп була
"Рәхмәт" акцияһы: быйыл ташламалар күп була

Һайлау көндәрендә Башҡортостан халҡы “Рәхмәт” акцияһында ҡатнашырға өйрәнгән. Быйыл да ул, Берҙәм тауыш биреү көнөндә – 18, 19 һәм 20 сентябрҙә үтәсәк. Әлеге акцияның үҙенсәлектәре ниндәй? Ойоштороусылар журналистарға аңлатма бирҙе.

Быйыл “Рәхмәт” тик ташламаларҙан ғына торасаҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, элекке кеүек ҡиммәтле бүләктәр уйнатыу ҡаралмаған.

– Быйыл “Рәхмәт” — ул тәү сиратта ташлама акцияһы, партнерҙарыбыҙҙан ташламалар алыу мөмкинлеге, — тине “Алға-Патриот” спорт-патриотик үҙәге директоры Ренат Хәбиров. – Башҡортостан өсөн “Рәхмәт” традицион сараға әйләнде, ул 2000-се йылдарҙан уҡ башланды. Кешеләр уны белә, көтөп ала, шуға күрә был йәмәғәт башланғысын ойоштороу бик мөһим. Халыҡҡа акция оҡшай: участкаға киләһең, тауыш бирәһең, ә сыҡҡанда купон алаһың. Элек был беләҙектәр ине, хәҙер ике яҡлы купон. Ул бөтә республика биләмәһендә меңдән ашыу партнерҙан ташламалар алыу мөмкинлеген бирә. Сараға бөтә муниципалитеттар ҙа – 54 район һәм туғыҙ ҡала округы ҡушылды».

Ренат Хәбиров әлеге еңел булмаған шарттарҙа акцияла ҡатнашырға теләк белдергән бизнесҡа рәхмәт әйтте.

Башҡортостан сауҙа ассоциацияһы вәкиле Тимур Ниғмәтуллин һүҙҙәренсә, акцияға меңдән ашыу нөктә һәм алты йөҙҙән ашыу эшҡыуар ҡушылған. Партнерҙар араһында аҙыҡ-түлек магазиндары, кафе һәм ресторандар, балалар үҙәктәре, фитнес-клубтар, автосалондар, бөҙрәханалар бар.

– Кемдер бер стакан ҡәһүәгә ташлама бирә, кемдер маникюрға. Уларҙың күләме биш проценттан башлана һәм ҡайһы бер ерҙә 50 процентҡа етә. Партнерҙарҙың тулы исемлеге рахмат2026.рф сайтында бар, унда үҙ ауылығыҙ, районығыҙ йәки ҡалағыҙ буйынса акцияла ҡатнашыусыларға табырға була, – тине ул.

Алдан иҫкәрткәнсә, быйыл акция буйынса тик ташламалар ҡаралған, бүләк уйнатыу юҡ. Шуға күрә уның менән файҙаланыу ҙа еңел: купонды күп тапҡыр файҙаланырға мөмкин, теркәлеү, ниндәй ҙә булһа шәхси мәғлүмәттәр ҡалдырыу талап ителмәй. Унда күрһәтелгән QR-код акцияның сайтына күсеү өсөн генә кәрәк. Сайтта иһә партнерҙарҙың тулы исемелеге һәм акция шарттары бар.

– "Теркәлеү, мәғлүмәт биреү юҡ. Телефонды QR-кодҡа йүнәлтегеҙ һәм сайтҡа инеү мөмкинлеге алаһығыҙ. Фамилияны ла, исемде лә, паспорт мәғлүмәттәрен дә, телефон номерын да бер ҡайҙа ла күрһәтергә кәрәкмәй, — тине Ренат Хәбиров. – Әгәр һеҙгә кемдер шылтыратып, үҙен акцияны ойоштороусы булып танытһа, ниндәйҙер мәғлүмәттәр, СМС-кодтар һораһа, бер кемгә лә бер нәмә лә тапшырмағыҙ. Беҙҙә бындай бер нәмә лә ҡаралмаған.

Ойоштороусылар әйтеүенсә, купонды күп тапҡыр ҡулланырға мөмкин. Ләкин ҡайһы бер магазинда алып ҡалыуҙары бар. Әгәр купонды алмаһалар, уны ҡабаттан ҡулланырға мөмкин.

Купондарҙы һайлауҙың өс көнөндә лә һайлау участкаларында ирекмәндәр таратасаҡ. Ойоштороусылар әйтеүенсә, уны һәр кемгә, хатта балаларға ла биреүҙәре ихтимал. Тауыш биреү, бирмәүең дә мөһим түгел. Ни бары участкаға килеү ҙә етә.

Автор фотоһы. 

"Рәхмәт" акцияһы: быйыл ташламалар күп була
"Рәхмәт" акцияһы: быйыл ташламалар күп була
Автор:
Читайте нас