+9 °С
Облачно


1375-се Аҙнай һайлау участкаһы Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы дәүләт гимндары аҫтында асылды. Комиссия ағзалары эшкә күтәренке кәйеф менән тотондо. Участокка бер-бер артлы халыҡ килеүен дауам итә. Һәр саҡтағыса Асия һәм Риғәт Мөҙәрисовтар көндөң тәүге яртыһында үҙ тауыштарын бирҙе. Был көндә үк гражданлыҡ бурысын үтәргә теләүселәр байтаҡ ине.
Ләйлә ҒҮМӘРОВА фотоһы.