

Дoнъяла көслө рухлы hәм сыҙам характерлы ҡатын-ҡыҙҙар бар, улар ауырлыҡтар алдында һынмағандар, әле лә алға баралар hәм бирешмәйҙәр. Йоҡоһоҙ төндәр, тормош кәртәләре, яҙмыш һынауҙары аша үткән шундай аҡыллы ханымдарҙың береһе тураһында һөйләгем килә. Йылбулаҡтамаҡ ауылынан Раушан Мырҙағол ҡыҙы Ғабдрахманова биш баланы бер үҙе тәрбиәләп үҫтергән, улар әсә холҡо һәм дөрөҫ тәрбиә арҡаһында рәхмәтле hәм уңышлы булып үҫкәндәр.
Раушан Мырҙғол ҡыҙы 1946 йылдың 19 сентябрендә Бишбүләк районының Ҡаныҡай ауылында тыуған. Уның ата-әсәһе Таибә Имам ҡыҙы hәм Мырҙағол Буранғол улы Исламовтар колхозда эшләгәндәр. Ул тәүҙә тыуған ауылы мәктәбендә уҡый, артабан Бикҡолда, урта мәктәпте Айыт ауылында тамамлай. Яҡшы уҡый, айырыуса математика фәне оҡшай. Куйбышев иҫәп-кредит техникумына уҡырға керә. Ике йылдан уҡыуын тамамлағас, Бишбүләк Һаҡлыҡ банкына эшкә урынлаша, унда өс йылдан ашыу эшләй. Ғабдрахманов Рифҡәт Нурый улы менән өйләнешкәс, йәш ғаилә тормош иптәшенең тыуған ауылы Йылбулаҡтамаҡта йәшәй башлай.
— Яҙмыш беҙҙе бик йәшләй осраштырҙы. Тәүге күрешебеүебеҙ Һабантуйҙа булды, миңә 16 йәш, ә уға 19 йәш ине. Мин уны армиянна көтөп алдым, 1968 йылдың февралендә өйләнештек. Ауылда алған һөнәрем буйынса эш юҡ ине, шуға күрә миңә Айыт Һаҡлыҡ банкында ун йыл эшләргә тура килде. Татыу йәшәнек, йорт һалдыҡ, ҙур хужалыҡ булдырҙыҡ. Бер-бер артлы балалар тыуҙы: Илдар, Марат, Салауат, Резеда, Ирек, — тип иҫкә ала Раушан Мырҙағол ҡыҙы.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, татыу ҙур ғаиләгә бәлә килә. Ғаилә башлығы бик иртә баҡыйлыҡҡа күсә. Уға ни бары 49 йәш була. Инфаркт балалар өсөн таяныс, яҡлаусы hәм ғорурлыҡ булған атайҙарын алып китә. 46 йәшендә яңғыҙ ҡалған ханым был юғалтыуҙы ауыр кисерә, өҫтәүенә үҙе лә йыш ауырый. Тормош юлында сирҙе еңергә, операция яһарға ярҙам иткән изге күңелле кешеләр осрай. Барлыҡ ауырлыҡтарға ла ҡарамаҫтан, ул аяғына баҫа, иң мөhиме — сыҙай, үҙ балаларына бар йылыһын бирә, уларға тормышта аяҡҡа баҫырға ярҙам итә. Балалары бер нимәгә лә мохтаң булмаһын өсөн, ҙур хужалыҡ тота: йәшелсә, мал-тыуар, йорт эштәре. Ә улар әсәйҙәренә гел ярҙам итеп торалар.
Раушан Ғадрахманова балалары лайыҡлы белем алһын өсөн, ҡулынан килгәндең барыһын да эшләй. Oло улы Илдар Бишбүләк ауылының үҙәк дауаханаһында теш технигы, күп йыллыҡ тәжрибәһе бар. Икенсе улы Марат Себерҙә вахта ысулы менән эшләй, ғаиләһе менән Йылбулаҡтамаҡта йәшәй. Өсөнсө улы Салауат Бәләбәй ҡалаһында полиция майоры. Ҡыҙҙары Резеда — филолог, Бәләбәйҙә эшләй. Кесе улы Ирек Себерҙә эшләй. Ҡатыны Лилиә менән улар әсәләре янында Йылбулаҡтамаҡта йәшәйҙәр.
Раушан апа бөгөнгө көндә үҙе үҫтергән емештәрҙе татый. Уның 16 ейәне hәм өс бүләсәре бар. Килендәре менән дә уртаҡ тел таба белә. Барыһы ла уға ҙур хөрмәт менән ҡарай.
— Килендәрем аҡыллы, ярҙамсыл, улар тураһында бер генә насар һүҙ ҙә әйтә алмайым. Улар ҙа минең ҡыҙҙарым, — тип йылмая Раушан Ғабдрахманова. Ҡасандыр ул Йылбулаҡтамаҡ ауылында Сбербанк асыу инициаторы булған. Пенсияға сыҡҡансы яратҡан эшендә эшләп, кешеләрҙән яҡшы һүҙҙәр генә ишеткән. Үҙ эшенә намыҫлы ҡарағаны өсөн «Коммунистик хеҙмәт ударнигы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Ғаилә архивында Мәскәүҙән ебәрелгән Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары һаҡлана. Уның фотографияһы һәр ваҡыт эш урынында Маҡтау таҡтаһында эленеп торған.
Уға Раушан тигән матур исемде олатаһы Имаметдин ҡушҡан. Был исем «яҡтылыҡ, балҡыш» тигәнде аңлата. Ауылда уны Раушания тиҙәр. Тормош һөйөүсәнлеге менән яҡты, нурлы Раушан апай яҡтылыҡ hәм йылылыҡ бөркөй. Бәхетле ҡартлыҡ көндәрендә ул балаларының иғтибарын һәм ҡайғыртыуын тойоп йәшәй, үҙенең яратҡан эштәре менән шөғөлләнә. Ҡасандыр күп балалы әсәнең быға ваҡыты етмәгән бит. Тормош йөгөн үҙе өсөн дә, атайҙары өсөн дә тартырға тура килгән.
Яҙ — уның иң яратҡан миҙгеле, ә ҡышҡы байрам — Яңы йылды айырыуса ярата. Ейән-ейәнсәрҙәре менән рәхәтләнеп шөғөлләнә, китаптар уҡый, фильмдар ҡарай, ойоҡбаштар бәйләй, кроссвордтар сисә. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ, теләктәрегеҙҙең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ, дуҫтарығыҙ һеҙҙе ысын күңелдән ҡайғыртһын, артабан да улар йылылыҡ hәм рәхмәт хистәре менән әйлeндереп алһындар.
Зөлфиҙә МУЛЛАҒӘЛИЕВА.
Фото ғаилә альбомынан.