

Бөгөн иртәнге 8:00 сәғәттә икенсе тауыш биреү көнө старт алды. Кешеләр ваҡыттарына ҡарап, ҡайһы көндә участкаға барып һайларға кәрәклеген алдан уҡ хәл итеп ҡуйғайны. Ауыл халҡының күпселеге кисә һайлау участкаларына килеп, үҙҙәренең гражданлыҡ бурысын үтәһә, бөгөн дә мәҙәниәт йортонда урынлашҡан һайлау участкаһына тотош ғаиләләре менән дә, яңғыҙ ҙа килеүселәр булды. Ә килә алмаусыларҙы комиссия ағзалары күсмә йәшник менән һайлатасаҡ. Оло йәштәгеләр, инвалидтар, ауыр сирле кешеләр, уларҙы ҡараусылар, шулай уҡ башҡа сәбәптәре булғандар өйҙә тауыш бирә ала.
Башҡортостанда 18, 19 һәм 20 сентябрҙә һайлау барышында «Рәхмәт» традицион акцияһы үткәрелә. Һайлау участкаһына килгәндәргә купондар тапшырыла. Был юлы ташламалар ғына була: бер ниндәй ҙә бүләктәр уйнатылмай. Купонды теркәргә кәрәкмәй. Унда акцияның сайтына (рахмат2026.рф) күсеү өсөн QR-код урынлаштырылған, сайтта партнерҙарҙың тулы исемлеге һәм акцияның шарттары менән танышырға мөмкин.