Дим буйҙары
+22 °С
Облачно
Общие статьи
21 Сентября , 08:38

Балан ризыҡ та, дауа ла!

Баланды иртә көҙ сентябрь-октябрь айҙарында, көндәр һыуытып, емештәре туңғас та йыялар.

Балан ризыҡ та, дауа ла!Балан ризыҡ та, дауа ла!
Балан ризыҡ та, дауа ла!

Туңған емештең әсеһе кәмей. Шуға иртә көҙҙә йыйған баланды 1-2 ай һалҡын урында тоторға кәңәш итәләр.
Баландың әсеһен бөтөрөү өсөн бер тәүлек туңдырғыста, йә иһә 125 градуслыҡ мейестә 40-50 минут тоторға кәрәк, тип тә әйтәләр.

Борон баланды ризыҡ булараҡ ҡына түгел, дарыу итеп тә ҡулланғандар.
Дауа булараҡ уның сәскәһе лә, емеше лә, ҡайырыһы ла файҙалы. Баланда шәкәр, ҡан тамырҙарын нығытыусы матдәләр, К, С витаминдары, каротин бар. Баландың төшө бигерәк тә файҙалы, тип һанала.

Балан емешен гастрит, ашҡаҙан йәрәхәтен, һалҡын тейеүҙе дауалау өсөн ҡулланалар. Йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә лә ярҙам итә. Автаминоз ваҡытында ла балан бына тигән дауа! Балан сәйе тынысландырыу көсөнә лә эйә. 1 аш ҡалағы баланға 200 мл ҡайнар һыу ҡойоп,1-2 сәғәт тәнәтергә кәрәк. Һөҙөп, көнөнә 1-2 стакан эсергә.

Балан төнәтмәһе ашҡаҙан согы әселеге түбән булғанда ла файҙалы.1-2 аш ҡалағы баланды иҙеп,400 мл ҡайнар һыу ҡоярға һәм 4 сәғәт төнәтергә. Һөҙөп, көн дауамында эсергә.

Һалҡын тейеп баш ауыртҡанда, тауыш бөткәндә, йүтәл ваҡытында бал һәм балан төнәтмәһе тәҡдим итәләр. Шулай уҡ гипертония, йөрәк ауырыуҙары, эс китеүҙе дауалау өсөн дә ҡулланыла.1 стакан емешкә 1 литр ҡайнар һыу ҡойоп,8-10 минут ҡайнатырға. Һөҙөп, 3 аш ҡалағы бал өҫтәргә, төнәтмәне көнөнә 3-4 мәртәбә 1-2 стакан эсергә кәрәк.

Баландан әҙерләнгән тәм- томдар сәләмәтлеккә уңай тәҫьир итә, иммунитетты нығыта.

Балан ризыҡ та, дауа ла!
Балан ризыҡ та, дауа ла!
Автор:
Читайте нас