

Көҙгө сыуаҡ көндә мәктәп уҡыусылары, хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ярҙамсылары бергәләп картуф сығарҙы. Мәктәп яны участкаһында эш гөрләп торҙо: берәүҙәр көрәк менән ҡаҙыны, икенселәр ер өҫтөндә тәгәрәп ятҡан бәрәңгеләрҙе биҙрәләргә йыйҙы. Ни тиһәң дә, бергә эшләү һәр ваҡыт күңелле!
Был дөйөм эшкә ҡушылған Али Шафиҡов Марс һәм Александр Калашневҡка мәктәпкә ярҙам итергә ваҡыт тапҡандары өсөн рәхмәт! Шулай уҡ махсус хәрби операция ветераны Иван Чепурин да был дөйөм эштән ситтә ҡалманы. Яугир тыуған мәктәбен онотмай һәм хеҙмәттәштәре һәм уҡыусылар янына килеү мөмкинлеген таба.
https://vk.ru/public201675390