Дим буйҙары
+15 °С
Ясно
Общие статьи
23 Сентября , 12:06

Кескәйҙәр шатланып йөрөйәсәк

Бөгөн, 23 сентябрҙә, Баҙлыҡ ауылы халҡы өсөн мөһим ваҡиға — балалар баҡсаһы бинаһын асыу тантанаһы үтте.

Кескәйҙәр шатланып йөрөйәсәкКескәйҙәр шатланып йөрөйәсәк
Кескәйҙәр шатланып йөрөйәсәк

Уҙған йылда Башҡортостан Республикаһы Башлығы менән тура бәйләнеш барышында Баҙлыҡ ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы мөдире бинаны ремонтлау һәм балалар уйын майҙансығын яңыртыу кәрәклеге тураһында Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәйне.

Бинаға ремонт эштәре "Башнефть" акционерҙар нефть компанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте ярҙамында башҡарылды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бинаның ҡыйығы алмаштырылды, фасады ремонтланды, шулай уҡ электр үткәргесе алмаштырылып, эске биҙәлеше эшләнде.

Подряд ойошмаһы «НУР ЭЛИТСТРОЙ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте барлыҡ эштәрҙе башҡарған. Район хәкимиәте башлығы Александр Семенов төҙөүселәргә рәхмәт белдерҙе һәм ауыл халҡын шатлыҡлы ваҡиға уңайынан ҡотланы. Был тантаналы сараға Генераль директор урынбаҫары, «Башнефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте компанияһы етәксеһе Вячеслав Александрович Клепиков та килгәйне, ул балалар баҡсаһы бинаһының символик асҡысын тапшырҙы.

- Элек беҙҙә бер ниндәй ҙә шарттар булманы, йәйәү йөрөү зонаһы ла юҡ ине. Йыш ҡына балалар баҡсаһы бинаһын ремонтлау мәсьәләһе менән мөрәжәғәт иттек. «Башнефть" ойошмаһы ярҙамында балалар баҡсаһы биләмәһенә асфальт түшәргә, балалар өсөн уйын майҙансығы булдырырға һәм бинаны капиталь ремонтларға булдыҡ. Тәрбиәләнеүселәребеҙ бындай яҡшы шарттар өсөн рәхмәтле булыр, ә балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре яңы йыһаздарға һаҡсыл ҡарар, тип ышанабыҙ, — тине К. Иванов исемендәге мәктәп директоры.

Баҙлыҡ ауылының 300-йыллығын байрам итеү алдынан республика етәкселегенән һәм «Башнефть» компанияһынан был бик яҡшы бүләк булды.

Кескәйҙәр шатланып йөрөйәсәк
Кескәйҙәр шатланып йөрөйәсәк
Кескәйҙәр шатланып йөрөйәсәк
Кескәйҙәр шатланып йөрөйәсәк
Кескәйҙәр шатланып йөрөйәсәк
Автор:Гумерова Л
Читайте нас