Дим буйҙары
+15 °С
Ясно
Общие статьи
23 Сентября , 11:24

Табынға - тултырылған ҡабаҡ.

Баҡсаларҙа ҡабаҡтар өлгөрҙө, әйҙәгеҙ, унан тәмле ризыҡ бешереп ҡарайыҡ!

Табынға - тултырылған ҡабаҡ.Табынға - тултырылған ҡабаҡ.
Табынға - тултырылған ҡабаҡ.

Уның өсөн кәрәк: 2 йәш ҡабаҡ, 300 грамм үткәрелгән ит, 1 стакан дөгө ярмаһы, 1 стакан һыу, 2 помидор (2 ҡалаҡ томат иҙмәһе лә ярай), 1 баш һуған, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1-2 ҡалаҡ он,  тоҙ, борос, көнбағыш майы.

Уның өсөн кәрәк: 2 йәш ҡабаҡ, 300 грамм үткәрелгән ит, 1 стакан дөгө ярмаһы, 1 стакан һыу, 2 помидор (2 ҡалаҡ томат иҙмәһе лә ярай), 1 баш һуған, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 1-2 ҡалаҡ он,  тоҙ, борос, көнбағыш майы.

Һуғанды ваҡлап турайбыҙ һәм уны көнбағыш майында ҡыҙҙырабыҙ. Шунда уҡ үткәрелгән итте лә өҫтәйбеҙ. Бүрттерелгән дөгө ярмаһыһалып, тәменсә тоҙ, борос ҡушып болғатабыҙ. 

Ҡабаҡты 5-6 сантиметр ҡалынлығында ҡырҡабыҙ. Төбөндә 1 сантиметр самаһы ҡалдырып, эсендәге йомшағын алабыҙ. Ян-яҡлап тоҙ менән ышҡып сығабыҙ.
Килеп сыҡҡан "һауыт"ҡа эслек тултырабыҙ.
Соус әҙерләйбеҙ: помидорҙы турап, майлы табала бер аҙ ҡыҙҙырабыҙ, ҡаймаҡ өҫтәйбеҙ. Һыу менән ондо болғатып, шулай уҡ табаға ҡоябыҙ. 
Тултырылған ҡабаҡты майлы табаға урынлаштырып, өҫтөнә соус ҡоябыҙ. 180—200 градус эҫелектә 30-40 минут бешереп алабыҙ. Өҫтөнә туралған йәшелсә япраҡтары һибергә мөмкин.

Фото интернеттан алынды.

Табынға - тултырылған ҡабаҡ.
Табынға - тултырылған ҡабаҡ.
Автор:
Читайте нас