Дим буйҙары
+7 °С
Ясно
Общие статьи
25 Сентября , 09:09

Саҡрымдар арты саҡрымдар

Тольяттиҙа йәшәүсе Асылыкүлгә тиклем велосипедта 500 километр юл үткән

Саҡрымдар арты саҡрымдарСаҡрымдар арты саҡрымдар
Саҡрымдар арты саҡрымдар

Тольяттиҙан ир-уҙаман Асылыкүлгә барып етеү өсөн велосипедта 500 километрҙан ашыу юл үткән. Был хаҡта Бишбүләк районы башлығы Александр Семенов хәбәр итте.

Уның һүҙҙәренсә, район буйлап сәфәре ваҡытында ул велотурист Владимир Буйнов менән танышҡан. Отпуск мәлендә ир тыуған Тольятти ҡалаһынан Асылыкүлгә юл тотҡан.

«Велотурист Бишбүләк районына ингән. Әллә нисә саҡрым юл үтелгән, әммә ул тырышып маҡсатына табан бара. Владимир әйтеүенсә, беҙҙең ер бик хозур. Ул үҙенең тәьҫораттарын дуҫтары һәм таныштары менән уртаҡлашһа, беҙҙең өсөн иң яҡшы реклама», — тип яҙа Семенов.

Белешмә

Асылыкүл – Башҡортостандың иң ҙур күле. Дәүләкән ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 27 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл «БР айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре тураһында» закон менән һаҡлана.

Башинформ

 
 
Саҡрымдар арты саҡрымдар
Саҡрымдар арты саҡрымдар
Автор:
Читайте нас