

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектына ярашлы, 22 сентябрҙә башланған “Хәүефһеҙ юлдар” Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиада 25 октябргә тиклем дауам итәсәк.
“Юлдарҙа балаларҙың хәүефһеҙлеге – иң ҙур өҫтөнлөктәрҙең береһе. Баланы яҡлау өсөн комплекслы эш кәрәк. “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса юлдар селтәрен тергеҙеү өсөн күләмле эш алып барабыҙ, айырыуса мәктәптәр һәм балалар баҡсалары маршруттарына иғтибар бирәбеҙ. Әммә тигеҙ асфальт иғтибарлылыҡты алыштырмай, шуға күрә аңлатыу проекттарын тормошҡа ашырабыҙ. “Хәүефһеҙ юлдар” Бөтә Рәсәй олимпиадаһы ошо йәһәттән алты йыл эсендә йоғонтоло ҡоралға әүерелде. 27 миллиондан ашыу ҡатнашыусы үҙҙәрен тикшерҙе һәм беҙ эштең ысын һөҙөмтәһен күрәбеҙ”, – тине Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин.
Проект уҡыусыларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен ҡабатларға һәм ҡатмарлы юл ваҡиғаларында үҙеңде тоторға өйрәтә. Уҡыусылар төрлө осраҡтарҙа юл аша хәүефһеҙ сығыу, самокатта йөрөү, юл билдәрен өйрәнеү ҡағиҙәләрен хәтерендә ҡалдырасаҡ. “Хәүефһеҙ юлдар” олимпиадаһы балаларға юл хәрәкәтенең төп ҡағиҙәләрен нығытырға, ҡатмарлы хәлдәрҙе анализларға, ҡала урамдарында үҙеңде дөрөҫ тоторға өйрәтә.
“Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты (нацпроект “Жизнь для инфраструктуры”) торлаҡ фондының кәм тигәндә 20 процентын яңыртыуҙы, тәүге баҙарҙа унан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыуҙы, авария хәлендәге йорттарҙан халыҡты күсереүҙе һәм коммуналь селтәрҙәрҙе яңыртыуҙы бурыс итеп ҡуя. Ошо милли проектҡа ярашлы булдырылған “Коммуналь инфраструктураны яңыртыу” федераль проекты 20 миллиондан ашыу кеше өсөн 2030 йылға тиклем торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк. Был федераль проектҡа 4,5 триллион һум аҡса бүленәсәк. Йыл һайын коммуналь селтәрҙәрҙең 2,5 проценты яңыртыласаҡ. Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса эш өҙлөкһөҙ дауам итәсәк: 30 меңдән ашыу йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү планлаштырыла һәм бәләкәй ҡалаларҙың еңеү яулаған 1600 проекты ла был эштә ҡатнашасаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса яңы милли проект 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.
Фото: “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы сайтынан.
bashgazet.ru