Дим буйҙары
+10 °С
Облачно
Общие статьи
26 Сентября , 10:34

Хәтер көнө

Бөгөн халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаевтың Хәтер көнөнә ҡарата уның бюсына сәскәләр һалынды.

Хәтер көнөХәтер көнө
Хәтер көнө

Иҫтәлекле сарала Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов, район Советы рәйесе Ринат Әбдрәшитов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов, башҡорт ырыуҙары Советы башлығы Вельмир Аҙнаев, район прокуроры Филүс Гәрәев һ.б. ҡатнашты. Шулай уҡ был тантанаға башҡорт ырыуҙарының ҡор баштары ла килгәйне.

Сараны “Юлдаш” халыҡ вокаль-инструменталь ансамбле “Батыр Салауат” йыры (Нурислам Низаметдинов һүҙҙәре, Илфат Ямалиев музыкаһы) менән биҙәне. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Хөрмәтулла Үтәшев батырҙың “Яу” шиғырын һөйләп ишеттерҙе.

Башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, арҙаҡлы яҡташыбыҙ Салауат Юлаевтың Хәтер көнө иртәгә, 26 сентябрҙә, билдәләнә. Уның вафат булыуына 226 йыл тула (1754–1800). Батырыбыҙҙың рухы мәңге хәтерҙә!

https://vk.ru/club140222371

Хәтер көнө
Хәтер көнө
Хәтер көнө
Хәтер көнө
Хәтер көнө
Автор:
Читайте нас