+13 °С
Ясно


Социаль хеҙмәттәр йыйылмаһына дарыуҙар, медицина әйберҙәре, шифаханаларға юлламалар һәм бушлай юл йөрөү керә. Теләк буйынса был хеҙмәттәрҙе аҡсалата компенсацияға алыштырырға мөмкин, тип хәбәр итә Рәсәй Социаль фонды.
Социаль хезмәттәрҙе алыу тәртибен үҙгәртеү өсөн 1 октябргә ҡәҙәр «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы, КФҮ (күпфункцияле үҙәк) йәки Рәсәй Социаль фондының клиент хеҙмәте аша ғариза бирергә кәрәк, Социаль хезмәттәр йыйылмаһын тулыһынча аҡсалата компенсациялау күләме айына 1 825,25 һум тәшкил итә.