

Мәүлиҙә Зарипова етәкселегендәге «Дим биҙәктәре» һәм «Зиләйлүк» ижади коллективтары тамашасыларға традицион татар-башҡорт ҡунаҡсыллығын күрһәтте. Улар халҡыбыҙҙың «Килен сәйе» йолаһын бар тулылығында сәхнәләштерҙе.
Милли йолаларыбыҙ аша "артистар" ҡыҙҙы яңы ғаиләгә ҡабул итеүҙе, өлкәндәрҙең тормош аҡыллылығын оҫта итеп тапшыра алды, был тамаша сағыу йырҙар, шаян көй-моңдар һәм ихлас теләктәр менән оҙатылды.
Дүсән ауылының абруйлы ғаилә парҙарын хөрмәтләү кисәгә сағыу биҙәк өҫтәне. Бәҙретдиновтар, Ғафиәтовтар, Насыровтар, Халиҡовтар, Хөснуллиндар һәм Кашаповтар ғаиләләре оҙайлы һәм бәхетле никах серҙәре менән уртаҡлашты. Уларҙың хикәйәләренән аңлашыла: ғаилә бәхетенең сере китаптарҙа түгел, ә көндәлек иғтибар, һиҙгерлек һәм бер-береһенә ярҙам итеүҙә ята.
Тантананың төп геройҙары - Фәриҙә Фаззулла ҡыҙы Һәм Иҙрис Насыр улы Буранғоловтар, улар 50 йыл бергә йәшәй! Был юбилей хөрмәтенә Бикҡол ауыл советы етәксеһе Р. Н.Әхмәтшин алтын юбилярҙарҙы Башҡортостан Республикаһы башлығы Р.Ф.Хәбиров исеменән тәбрикләп, иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Ҡотлауҙарға яҡындары, дуҫтары һәм хеҙмәттәштәре ҡушылды. Ауылдың һәүәҫкәр артистары улар өсөн ысын музыкаль бенефис ойошторҙо. Тамашасылар юбилярҙарҙы аяҡ өҫтө баҫып алҡышланы, улар, үҙ сиратында, бергәләп бриллиант туйҙы ҡаршыларға теләүҙәрен белдерҙе!
Сығанаҡ: https://vk.ru/club115619681