Дим буйҙары
+2 °С
Ясно
Общие статьи
28 Сентября , 10:14

Мутлашыусылар тоҙағына эләккән

Уҡытыусыны фатирһыҙ ҙа ҡалдырғандар, бурысҡа ла батырғандар

Добавить в предпочтительные источники Google
Мутлашыусылар тоҙағына эләккәнМутлашыусылар тоҙағына эләккән
Мутлашыусылар тоҙағына эләккән

Баш ҡалалағы белем биреү учреждениеларының береһендә эшләүсе 32 йәшлек уҡытыусы криптовалютала тиҙ аҡса эшләү вәғәҙә итеүгә ышанып, 4,5 миллион һумға яҡын аҡса юғалтҡан, тип хәбәр итәләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығында.

Педагог Интернетта сит ил кешеһе менән таныша, һәм ул уғ инвестициялар менән шөғөлләнергә тәҡдим итә. Ҡатын миллион һумдан артыҡ кредит алған, ә артабан үҙ фатирын һатҡан һәм енәйәтселәрҙең криптокошелеғына 3 миллион һумдан артыҡ аҡса күсергән. Аралашыу зыян күреүсенең аҡсаһы бөткәс үк туҡталған — ир уны блокка ҡуйған һәм аралашыуҙан туҡтаған.
Әлеге осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Полиция йәнә иҫкәртә: әгәр һеҙҙән кредит алырға, мөлкәтегеҙҙе һатыуығыҙҙы һораһалар һәм һеҙҙең  өсөн ғаризаларҙы үҙебеҙ тултырабыҙ, тип ышандырһалар — был алдауҙың төп билдәләре.
Автор фотоһы.

https://kiziltan.ru

Мутлашыусылар тоҙағына эләккән
Мутлашыусылар тоҙағына эләккән
Автор:
Читайте нас