+8 °С
Дождь


Сабыр холоҡло, аҡ күңелле ағинәйҙәрҙе, сабыр аҡыллы аҡһаҡалдарыбыҙҙы оло мәғәнәгә эйә ошо байрам менән ҡотлайбыҙ. Һеҙ – донъя тотҡаһы һәм йәме, йәштәрҙең терәге, тәрбиә өлгөһө, быуындарҙы бәйләүсе сылбыр.
Бөгөнгө сыуаҡ көндә яҡындарығыҙ менән мул һыйлы табын артында сөкөрҙәшеп кенә сәйҙәр эсеп, хәтирәләр яңыртып ултырырға яҙһын! Именлек, сәләмәтлек, бәхет, оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Ата-әсәйҙәрегеҙгә, олатай-өләсәйҙәрегеҙгә шылтыратып, тәрән хөрмәтегеҙҙе, сикһеҙ һөйөүегеҙҙе еткерергә онотмағыҙ, дуҫтар!