

Дәhшәтле 1941 йыл. Ил совет ватанына мәкерле hөжүм иткән немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы бығаса күрелмәгән юғалтыуҙар менән батырҙарса көрәшә. Лозунг бер: «Барыһы ла Еңеү өсөн, барыһы ла фронт өсөн». Бөтә Европа славян халыҡтарын ҡол итeргә, үҙ юлындағы барлыҡ нәмәне емерергә, яндырырға, ҡышҡы һалҡындар башланғансы баш ҡаланы — Мәскәүҙе алырға ниәтләй. Шул ваҡытта Дим йылғаһының матур ярында урынлашҡан Дүсән ауылында бер малай тыуа. Ата-әсәһе уға Ғабдулла тип исем ҡуша, ул исем бөхтә, лайыҡлы, ышаныслы тигәнде аңлата. Ғабдулла күп балалы ғаиләлә үҫә. Һуғыш, һуғыштан һуңғы йылдарҙың бар ауырлығын тулыһынса кисерә. Уҡыу теләге hәр ваҡыт була, ләкин ашарға аҡса эшләрг кәрәк. 7 класты тамамлағас, колхозда эшләй, тыуған ауылында колхоз һыйырҙарын, аттарын көтә. Армияға саҡырылыш йәше етеү менән Совет армияһына хеҙмәт итергә китә. Зенит-ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмeт итә, Мәскәү кyген һаҡлай.
Демобилизацияланып, тыуған ауылына ҡайта. Белемле, етди, яуаплы егетте шунда уҡ бригадир итеп билдәләйҙәр. Колхозда бригадирҙың эше күп була — иртәнән кискә ҡәҙәр сәсеү, урып-йыйыу, баҫыуҙа иген культураларын утау, малсылыҡ, төҙөлөш... Юлдар яҙ-көҙ айҙарында бар ауыл аша үтә алмаҫлыҡ бысраҡ була. Ул заманда юлдарҙы колхоздар көсө менән төҙөгәндәр. Yҙен күрһәткән Бәҙретдиновты Дүсән аша таш юл һалыу буйынса мастер итеп ҡуялар. Бәҙретдинов юлды төҙөп бөтөргәс, колхоз идараһы уны Стәрлетамаҡ зооветеринария техникумына уҡырға ебәрә — колхоз үҙенең ветеринария врачына бик мохтаж була. Техникумда уны, актив студент булараҡ, йәмғиәт эшенә йәлеп итәләр — техникумдың комсомол комитеты секретаре итеп һайлайҙар.
Техникумды уңышлы тамамлағас, белгеслеге буйынса «Марс» колхозында эшен дауам итә. Абдулла Фәхретдин улы әле армияла хеҙмәт иткән сағында у КПССҡа кандидат итеп алынып, яуаплы хеҙмәткәр, делегат активисты булараҡ, уны партияны Бишбүләк райкомының ойоштороу бүлегенә инструктор итеп билдәләйҙәр. КПСС Уҙәк комитетының юғары партия мәктәбенә уҡырға керә. 1975 йылда партия өлкә комитеты тәҡдиме буйынса Бәҙретдинов милицияға эшкә керә. Уны Бишбүләк районы эске эштәр бүлеге бүлексәһенең сәйәси-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары итеп билдәләйҙәр. Шунан бирле 20 йыл уның тормошо милиция менән бәйле була. Республика Эске эштәр министрлығы етәкселеге юлламаһы буйынса ул Балаҡатай, Дәүләкән район эске эштәр бүлектәрендә эшләй. Милицияны хеҙмәт итеүҙең һуңғы йылдарында Бишбүләк районы эске эштәр булеге ҡаршыһындағы ведомствонан тыш һаҡ башлығы, балиғ булмағандар эштәре буйынса инспекцияла эшләй. 1995 йылда, милицияла хеҙметен тәмамлағас, Һаҡлыҡ банкының хәүефһеҙлек хеҙмәте башлығы булып эшләй. Эш дәүерендә бары тик яҡшы яҡтан ғына характерлана, БР буйынса Эске эштәр министры, КПСС район комитеты hәм район Советы башҡарма комитеты бойороҡтар ыменән бүләкләнә.
Хаҡлы ялға киткәс, эске эштәр бүлегенә тәү ветерандар ойошмаһы район һәм Ветерандар Советы эшенә әүҙем ҡушыла. Милицияның тәү ветерандар ойошмаһы советы ағзаһы, Бишбүләк район Ветерандар Советыны мәҙәниәт һәм спорт комиссияһы рәисе итеп һайлана. Бишбүләк эске эштәр бүлегенә йәш хеҙмәткәрҙәре өҫтөнән шефлыҡ итә.
Ғабдулла Фәхретдин улының һөнәри һәм бай тормош тәжрибәһе һөҙөмтәһендә йәш хеҙмәткәрҙәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙҙәрене йөкләнгән вазифаларҙы үҙләштерә, хеҙмәт эшсәнлегендә яҡшы уңыштарға ирешә. Г.Ф. Бәҙретдинов спорт сараларында актив ҡатнаша, ул хәҙер ҙә Бишбүләк эске эштәр булеге ветерандары командаһы өсөн төрлө район һәм зона ярыштарында даими сығыш яһай, шахмат, шашка уйнай, саңғы спорты буйынса район ярыштарында үҙ йәш категорияһында беренсе урындарҙы яулай. Ветеран үҙешсән сәнғәттә актив ҡатнаша, күп йылдар «Вдохновение» ветерандар халыҡ хоры эшендә ҡатнаша.
Бәҙретдинов Г.Ф. ҡатыны менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны көслө ауырыуҙан иртә вафат була. Эске эштәр министрлығы ветераны үҙен формала тоторға тырыша. Йәйәү йөрөй, гимнастика, турникта күтәрелеү — уның яратҡан шөғөлдәре. 1 октябрьҙә Эске эштәр министрлығы ветераны, отставкалағы милиция майоры Г.Ф. Бәҙретдиновҡа 85 йәш тула. Республика Эске эштәр министрлығы Ветерандар Советы юбилярҙы «Эске эштәрҙе почетлы ветераны» билдәһе менән бүләкләне. Уның ғүмере йәштәштәре һәм үҫеп килеүсе быуын өсөн урнәк булыр, тип ышанаһы килә.
Илдар ВАХИТОВ, отставкалағы милиция майоры.
Фото Ғабдулла Бәҙретдиновтың шәхси альбомынан