

Шишмә районының Шөңгәккүл ауылы мәктәбендә Агротехнология класы асылды, тип хәбәр иттеләр республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан. Проект “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының (национальный проект “Технологическое обеспечение продовольственной безопасности”) маҡсаттарына һәм бурыстарына ярашлы тормошҡа ашырылған.
Балалар “Биотехнология һәм аҙыҡ-түлек етештереү” йүнәлеше буйынса уҡытыласаҡ. Уҡыу процесын ойоштороу өсөн класты яңыртып йыһазландыралар һәм практик дәрестәр өсөн лаборатория эшләйәсәктәр.
– Шөңгәккүл мәктәбендә бындай проектты тормошҡа ашырыу осраҡлы түгел, йыл һайын уны тамамлаусыларҙың бер өлөшө аграр урта уҡыу йорттарына, Башҡорт дәүләт аграр университетына уҡырға инәсәк, – тине Башҡортостан ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов.
Быйыл Борай районындағы Борай ауылының 3-сө урта мәктәбендә һәм Мәләүез районының Воскресенск ауылында Советтар Союзы Геройы А.М. Немчинов исемендәге мәктәп базаһында агротехнология кластары асылды.
Милли проекттың төп маҡсаты – аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик яҡтан тәьмин итеү, Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын һәм уның технологик бойондороҡһоҙлоғон үҫтереү. Был юҫыҡта ил бөтә кәрәкле аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителәсәк, шулай уҡ донъя баҙарында позицияларҙы нығытыу өсөн күберәк мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк.
Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.
Фото: Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Сығанаҡ: //bashgazet.ru